7 авг. 2012 г.

ЯҢЫ КИТАП СЫҠТЫ


     ДАНЛЫ, ЫРЫҪЛЫ ТӨЙӘК ХАҠЫНДА


     Ауылдар тарихы, ер-һыу атамалары һ.б. тураһында китаптар донъя күреп, уҡыусыларҙы һөйөндөрөп тора. Ә бына ҡасандыр гөрләп эшләгән бер колхоздың йәиһә совхоздың йәшәйеше, уға ҡараған ауылдарҙың тарихы, эшсән халҡы, уларҙың шәжәрәләре ингән китап әлегә сыҡҡаны юҡ ине. Күптән түгел С.Мифтахов исемендәге премия, “Башҡортостан” гәзите лауреаты, хеҙмәт ветераны, исеме барыбыҙға ла яҡшы таныш матбуғат аҡһаҡалдарының береһе Салауат Мөхәмәтшиндың Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың үткәнен сағылдырған “Данлы, ырыҫлы төйәгем” тип аталған тос ҡына йыйынтығы “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексында донъя күрҙе. Уны автор Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған атаһы, ғәзиз әсәһе, хеҙмәттә шөһрәт ҡаҙанған өс апаһы иҫтәлегенә арнаған. 


     “Үҙем тураһында бер кәлимә һүҙ” тип аталған баш һүҙҙә автор китап яҙыу уйының нисек тыуыуы хаҡында яҙа: “Һуңғы йылдарҙа үҙемдең матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләргә һәм архив материалдарына таянып, колхоздың данлы үткәне һәм эшсән халҡы тураһында материалдар туплап, китап итеп нәшер итеү тураһында уй тыуҙы... Китапҡа ингән күп кенә шәхестәрҙең исемен киләсәк быуын беләсәк һәм улар тураһында ғорурланыу тойғоһо уянасаҡ. Мин уларҙың барыһын да күңелем аша үткәреп, киләсәк быуынға ҡалдыра алыуыма сикһеҙ ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм”. 

     Бына, ниһайәт, изге ниәт тормошҡа ашты. “Һүҙ юҡ, әле асыҡланып, яҙылып бөтмәгән шәхестәребеҙ бар. Шуныһы ҡыуаныслы, был китапҡа ингәндәрҙең күбеһе таныш һәм яҡындан белгән кешеләр. Шуға күрә лә уларҙың күбеһен ғаиләһе менән бергә һүрәтләргә тырыштым. Китап баҫылып сыҡҡас, уның тураһында төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр булыр”, – ти Салауат Хәбибрахман улы.

     Йыйынтыҡ 11 бүлектән тора. Тәүге бүлек “Ауылдарыбыҙҙың тарихы. Барлыҡҡа килеүе, ойошторолоуы” тип атала һәм унда Үрге Иҙрис, Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора, Муллаҡай ауылдарының төплө тарихы һүрәтләнә, бик күп күренекле шәхестәрҙең, хеҙмәт алдынғыларының, ветерандарҙың исемдәре телгә алына. Бүлектә шулай уҡ Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың ойошторолоуы, һынылыш осоро, күтәрелеш юлында, ике колхоздың берләшеүе, данлы юлы айырым кескәй бүлектәрҙә тасуир ителә. Йыйынтыҡта төплө факттар геройҙарының фотоһүрәттәре, колхоз үҫешен сағылдырған күрһәткестәр менән нығытылған, хеҙмәт менән бер рәттән ауылдаштарының мәҙәни тормошо ла сағылдырылған.

     Колхоздың йәшәйешен, күтәрелешен уның биләмәһендә йәшәгән халыҡ тәьмин итә. Шуға күрә “Колхоздың арҙаҡлы шәхестәре”, “Колхоз һәм райондың күренекле етәкселәре, дәүләт һәм фән эшмәкәрҙәре, мәғрифәтселәр, тыуған халҡының бөйөк шәхестәре”, “Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған яҡташтарыбыҙ”, “Бөйөк Ватан һуғышында еңеп ҡайтҡан яугирҙар”, “Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланыусылар”, “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Район һәм ауыл урамдары уларҙың исемен йөрөтә” тигән бүлектәрҙә ошо ерлектең халҡына, ябай хеҙмәтсәндәренә, күренекле шәхестәренә, матур ғаиләләргә мәдхиә йырлана. Ысынлап та, бер колхоздан ғына шул тиклем күп билдәле кешеләр сығыуына хайран ҡалырлыҡ! Мөдәрис, ғалим, остаздарҙың остазы Ғабдулла ишан Сәиди, сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтарҙың исемдәре генә ни тора! Автор улар хаҡында бик ентекле тасуирлай.

     Китап боронғо менән хәҙерге заманды бәйләгән нәҫелдәр сылбырын күрһәтеүе менән дә бик әһәмиәтле. Бында Мөхәмәтшиндар, Мөхәмәтйәновтар, Үрге Иҙрис ауылының Яҡшымбәттәр араһы, Орлоҡтар араһы, Түңгәүер ырыуы, XVIII быуатта йәшәгән ата-бабабыҙ Болғайырҙан башлап бөгөнгәсә быуындары бирелгән шәжәрәләр – иң-иң ҡәҙерле сығанаҡ. Быны аңлаған һәр кем китапты йортоноң иң түрендә генә һаҡлаясағына иманым камил.

     “Ер-һыу атамалары” бүлеге колхоз биләмәһенә ҡараған тауҙарҙың, утарҙарҙың, ҡоҙоҡтарҙың һ.б. килеп сығыу тарихын асһа, “Ауылым көләмәстәре” ошо ерлектәге ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе бәйән итә. 

     Шулай итеп, “бер колхоздың тормошо” тип әйтеүе генә анһат, Салауат Мөхәмәтшиндың “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабы – бик күп шәхесте, уларҙың хеҙмәтен, йәшәйешен, мәҙәниәтен, тарихын яратып, урындағы диалект менән матур итеп тасуирлаған иҫ киткес күләмле энциклопедик сығанаҡ ул. Бындай көс еткеһеҙ эште башҡарып сыҡҡан авторға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп, киләсәктә унан тағы ла ошондай уҡ күләмле, тос йыйынтыҡтар көтөп ҡалабыҙ.
     Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.