31 авг. 2012 г.

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА


 
2012 йылдың 1 сентябренән коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең яңы федераль ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инәсәк
РФ Хөкүмәте тарафынан 2012 йылдың 28 мартында раҫланған “Коммуналь хеҙмәттәр ҡулланыу нормативтарын тәғәйенләү һәм билдәләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 258-се ҡарар менән коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Төп үҙгәрештәрҙең береһе йылытыу өсөн тик йылытыу миҙгелендә генә түләү кәрәклегенә ҡағыла, был үҙ сиратында “ҡышҡы” түләүҙәрҙе һиҙелерлек арттырасаҡ һәм “йәйге” түләүҙәрҙе кәметәсәк.

Коммуналь хеҙмәттәргә яңыса түләү

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошоға тиклем беҙҙең фатирҙарҙы йылытыуға сығымдар йыл дауамына бүленгән ине, беҙ ай һайын ошо сумманың 1/12 өлөшөн түләй инек.
Хәҙер дөйөм йорт йылылыҡ иҫәпләгесе буйынса иҫәпләнгән суммаларҙан тыш, беҙгә дөйөм йорт милкен (сарҙаҡтарҙы, подъездарҙы) йылытыуға киткән йылылыҡ өсөн үҙ фатирыбыҙҙың майҙанына ярашлы рәүештә түләргә тура киләсәк. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн был яңылыҡ отошлораҡ буласаҡ, сөнки өҫтәмә түләү уларҙың сығымдарына кәмерәк күләмдә йоғонто яһаясаҡ.
 
Тотонолған йылылыҡ өсөн йорттары йылылыҡ иҫәпләү приборҙары менән тәьмин ителгән фатир хужалары ғына түләй аласаҡ. Иҫәпләгестәр булмаһа, иҫәпләүҙәр яҡын көндәрҙә артасаҡ нормативтар буйынса башҡарыласаҡ. Идара итеүсе компания дөйөм йорт иҫәп приборҙарының фактик операторы һәм уларҙы файҙаланыуҙы ойоштороусы булып тора. Улар йылылыҡ иҫәпләү приборынан ай һайын күрһәткестәр алыу, уларҙы теркәп барыу һәм ҡулланыусы мөрәжәғәт иткән көн эсендә был күрһәткестәрҙе уға биреү өсөн яуаплы. Идара итеүсе компания шулай уҡ фатирҙарҙа йәшәүселәргә коммуналь ресурстарға тарифтар күләмдәре, уларға өҫтәмәләр, тәғәйенләнгән норматив хоҡуҡ акттары тураһында мәғлүмәт еткерергә тейеш.
 
Иҫәп приборҙары күрһәткестәре буйынса йылытыу  миҙгелендә тотонолған йылылыҡ өсөн генә түләү яҡшымы әллә насармы? Эксперттар фекеренсә, яңылыҡтың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Бер яҡтан, финанс йылы тамамланыуға бәйле яңынан иҫәпләүҙәр башҡарыуға нигеҙ булмай. Шул уҡ ваҡытта йыл дауамында түләүҙәр төрлөсә буласаҡ, һалҡын айҙарҙа түләүҙәр артасаҡ. Был иһә аҙ тәьмин ителгән кешеләр өсөн ауырға тура киләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: торлаҡҡа һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү сығымдары дөйөм ғаилә килеменең 22 процентынан артһа, килемдәре түбән булған аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам маҡсатынан субсидия бирелә.
 
С. Фәритова.
(РФ Торлаҡ-коммуналь министрлығы сайты мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Һыуҙы үлсәп тотонайыҡ

 2012 йылдың 1 майынан алып халыҡ эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм һыу сығарыу селтәрҙәрен файҙаланған өсөн “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән туранан-тура иҫәпләшә башланы. Был сараһыҙҙан күрелгән аҙым үҙенең тәүге ыңғай һөҙөмтәләрен бирҙе.
 
Әйтергә кәрәк, ҡулланыусылар квитанцияларға индерелгән үҙгәреште һәм килешеүҙе ҡайтанан төҙөү мәжбүрилеген аңлап ҡабул итте. Был иһә беҙҙең эште бер аҙ еңелләштерҙе. Түләүгә ҡарата аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған осраҡта һәм квитанциялағы мәғлүмәт дөрөҫ яҙылмаған булһа, уны шунда уҡ төҙәтеү сараһы күрелә.
 
“Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән килешеү төҙөп өлгөрмәүселәрҙең ошо көндәрҙә йәмғиәттең һыу һатыу бүлегенә килеүҙәре һорала.
 
2012 йылдың 1 июленән закон буйынса фатирҙарға ҡулланылған һыуҙы иҫәпләүсе ҡоролмалар урынлаштырыу ваҡыты тамамланды. Шунлыҡтан, кемдәр уны ҡуйҙыртып өлгөрмәгән, ашығығыҙ. Был хеҙмәтте беҙҙең бүлек тә күрһәтә. Уның өсөн ғариза яҙып заявка бирергә кәрәк. Ҡуйылған приборҙар һыу һатыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул ителә һәм пломба ҡуйыла.
 
Ә инде шәхси йорттарҙа йәшәүселәр менән хәлдәр бер аҙ икенсерәк. “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡулланылған һыу өсөн түләмәүселәргә ҡарата етди саралар күрә башланы. Бурыстары ҙур булғандарҙың эшен судҡа тапшырыу өсөн документтар әҙерләнә. Өс һәм унан да күберәк айға һыу өсөн бурыстары йыйылғандарға ҡарата суд ҡарары сығарылған. Шундай уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн һыуға ваҡытында түләп барығыҙ.
 
Ә. Мостафин,
“Водоканал” ЯСЙ-һының һыу һатыу бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.