26 авг. 2012 г.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ҠАРШЫЛАП

     Мәктәпкә әҙерһеңме?

     Быйыл республика буйынса 44 мең самаһы, ә Баймаҡ районы буйынса 865 баланың беренсе класҡа барыуы көтөлә. Баланы мәктәпкә әҙерләү ата-әсә елкәһенә төшкән ҙур бер бурыс. Уны башҡарып сығыу йылдан-йыл мәшәҡәтлерәк, ҡиммәтерәк була бара. Бөгөн баланы әҙерләү ауырға төшәме? Был хаҡта райондаштарҙың фекерен һораштыҡ.

     Әлмира, хужабикә, ике ҡыҙ әсәһе:
     – Быйыл мәктәпкә әҙерләнеү ауырыраҡҡа тура килә. Бәләкәсем менән декрет ялында ултырам. Шуға финанс яғынан өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә башлыса атайҙары иңенә төшә. Дәфтәр, ручка кеүек уҡыу кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләп портфелгә һалып ҡуйҙыҡ. Ә кейем-һалымға килгәндә, әгәр бала уны бөхтә, таҙа йөрөтһә, йыл һайын яңыһын алыу мотлаҡ түгел.
 
     Ләйлә, тәрбиәсе, дүрт бала әсәһе:
     – Йыл һайын балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәрен түләүһеҙ отпускыға ебәрәләр ҙә, уҡыуға әҙерләнеү үҙе бер проблемаға әйләнә. Алдан мәктәп формаһы, кәрәк-яраҡ алыуға ҡаршымын. Хаҡтары артып китһә лә, көнө еткәс алған әйбергә бала бик ҡыуана, мәктәпкә әҙерләнеү һәм барыу үҙе бер тантанаға әүерелә. Баланы шундай хис-тойғоларҙан мәхрүм итергә ярамайҙыр ул.
     Быйыл шуныһы күңелде ҡырҙы: август уртаһында ғына мәктәбебеҙҙе туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырғандары билдәле булды. Күптәр балаларын ҡайҙа уҡытырға белмәй, ҡайһылары ҡырға ла ебәргеһе килмәй. Интернатҡа бирәм тиһәң, унда ла түләргә кәрәк.
 
     Рөстәм, төҙөүсе, өс бала атаһы:
     – Белем байрамына әҙерләнгәнгә генә түгел, бөтә байрамдар алдынан да мин бер хәҡиҡәткә инанам: беҙҙә күп нәмә аҡсаға ҡайтып ҡала. Берәй байрам яҡынлаша башлаһа, теге йәки был әйбергә шунда уҡ хаҡты күтәрәләр. Хатта балаларҙы мәктәпкә әҙерләгәндә лә ошо хәл күҙәтелә. Ҡайһы берәүҙәр «иртәрәк ҡыбырларға» кәңәш итер. Әммә алдан алып ҡуйылған кейемдең август аҙағында ярамауы ла бар бит әле.
 
     Айгөл, өс бала әсәһе:
     – Ҡыҙҙарым Лилиә менән Лиана өлкән класс уҡыусылары, ә улым Тимур быйыл икенсегә бара. Әлбиттә, 1 сентябргә ғаилә ҡаҙнаһынан йылдан-йыл һиҙелерлек «өлөш» сыға, әммә һаулыҡ булғанда уныһына ғына түҙерлек. Ирем балта оҫтаһы булып эшләй, ҡулдан килгәнсе балаларға кәрәк-ярағын алырға тырышабыҙ.
 
     С. ФӘРИТОВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.