29 сент. 2012 г.

Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына


Билдәле булыуынса, район хакимиәте башлығының һәм ауыл хужалығы бүлегенең тәҡдиме менән 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем районда ер эшкәртеү айлығы иғлан ителгәйне. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә район буйынса 5164 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 660 гектарҙа эшкәртелгән. План-задание 19360 гектар булып, ул ни бары 27 процентҡа үтәлгән.

Был мөһим агротехник алымды һуңғы тиҫтә йылда ауыл хужалығы предприятиелары онотоп бөткәйне тиерлек. Тик һанаулы ғына коллективтар, мәҫәлән, Ленин исемендәге АХК, ергә хужаларса ҡарашын үҙгәртмәне, быға ҙур иғтибар бүлде. Быйыл да был кооператив иң беренселәрҙән булып ер эшкәртеүгә тотондо һәм планды ваҡытынан алда үтәне – 890 гектар тәшкил итте. “Союз” ЯСЙ-һы (200 га), “Толпар” ЯСЙ-һы (740 га) һәм Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһы ла (227 га) яуаплы бурысты атҡарып сыҡты. “Күлтабан” МУП-ы (550 га), “Йылайыр” ЯСЙ-һы (730 га), “Рассвет” АХК-һы (310 га), “Баймаҡ” ҒПБ-һында ла (132 га) был йүнәлештә эштәр ойошҡанлы бара.
Әммә шул уҡ ваҡытта “Аҡморон”, “Октябрь”, “Таналыҡ”, Салауат исемендәге АХК-ларҙа бер ҡарыш ер эшкәртелмәгән. Улар төрлө сәбәптәргә һылтана. “Уңыш”, “Байҡара” хужалыҡтарында ла ер эшкәртеү темпы түбән.
Ергә хужаларса ҡараш, ныҡлы иғтибар булғанда һәм кәрәкле технологик алымдар ҡулланғанда ғына яҡшы уңыш үҫтереп алырға мөмкин. Ҡоролоҡтан ныҡ интеккән беҙҙең төбәктә ер эшкәртеү мәсьәләһе айырыуса актуаль. Тимәк, һәр ауыл хужалығы предприятиеһы был эшкә етди иғтибар бүлергә бурыслы. Әйткәндәй, мәсьәлә район хакимиәте тарафынан айырым контролдә тотола.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.