17 сент. 2012 г.

16 сентябрь – Урман эшсәндәре көнө

«Йәшел ҡалҡан»һаҡсылары

«Баймаҡ урмансылығы» ДУ-һы урмансылары.

16 сентябрҙә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо  уңайҙан файҙаланып, “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Дамир Далха улы Абдуллин һәм “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Илфат Салауат улы Мырҙабулатовтан предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙарын һораныҡ.

Д.Д. Абдуллин, “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе:
– Темәс, Юлыҡ, Крепостной, Сибай, Этҡол, Баймаҡ участкаларына бүленгән “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы ҡарамағында урман 158758 гектарҙы биләй.
Беҙ урындағы халыҡты һәм ағас эшкәртеүселәрҙе ағас менән тәьмин итеүсе берҙән-бер предприятие. Һуңғы йылдарҙа “Баймаҡ урмансылығы” ДУ-һынан 5478 гектар урман ҡуртымға бирелгән. Быйыл февралдә “Баймаҡ урман сәнәғәте союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте барлыҡҡа килде.

Төп эшебеҙ – урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, уның потенциалын нығытыу, урман хужалығының эффектлылығын күтәреү, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Быйыл торлаҡ һәм ихата ҡаралтылары төҙөлөшө, йортто реконструкциялау, ремонтлау кеүек төрлө йүнәлештәргә 110397 кубометр ағас бүленде. Бынан тыш торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн 20-шәр кубометр ҡайын бүленә. 11 аукционда 82 диләнкә (46506 кубометр) бирелде.
 
Урман хужалығы ҡырҡылған урманды тергеҙеү буйынса даими саралар үткәрә. 1100 гектарҙа санитар ағас ҡырҡыу һәм 1300 гектарҙа тәрбиәләү эштәре башҡарылды. Ҡуртымға бирелгән диләнкәләр даими тикшерелә.
 
Урман янғыны айырым иғтибар үҙәгендә тотола. Дүрт йыл элек янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге барлыҡҡа килде. Уның менән Р.В. Хәлилов етәкселек итә. Урмансылыҡтың – өс, “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһының – бер һәм шәхси эшҡыуар Тимур Нәбиуллиндың бер янғын һүндереү машинаһы бар. Баймаҡ биләмәһендә генә түгел, Йылайыр, Бөрйән райондарында сыҡҡан урман янғындарын һүндереүҙә лә ҡатнашырға тура килде. У.А. Ғүмәровтың мобиль төркөмө юлдарҙа даими дежурлыҡ алып бара. Улар ағас ташыусы машиналарҙың документтарын, рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшерә.
 
Урмансылыҡта уңған, берҙәм коллектив эшләй. Беҙ предприятиеның ветерандары менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Г.Ибраһимов, Р.Яҡупов, Н.Бикйәнов, А.Рахманғолов, М.Ғәлимов, Х.Хөсәйеновтар урманды һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән. Уларҙың эшен бөгөн йәштәр лайыҡлы дауам итә. А.Иҫәндәүләтов, Ф.Аралбаев, Р.Әҙеһәмов, Ю.Йосопов, И.Бикбаев, Р.Ғәлләмов, А.Хәйбуллин, У.Ғүмәров һәм башҡалар бөгөн урман һағына баҫҡан хеҙмәт алдынғылары.
 
Ошо уңайҙан файҙаланып, предприятиеның ветерандарын һәм коллективты Урман эшсәндәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ғаилә именлеге, уңыштар теләйем.
И.С. Мырҙабулатов, “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры:
– “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы 2009 йылда барлыҡҡа килгән һәм ул үҙ эсенә Баймаҡ, Әбйәлил райондары участкаларын берләштерә. Беҙҙең ҡарамаҡта 334758 гектар урман, шуның 158758 гектары Баймаҡ урмансылары иңендә.
 
“Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы урманды тергеҙеү менән шөғөлләнә. Белеүебеҙсә, урманды тергеҙеү – оҙайлы һәм ауыр процесс. Бында ниндәйҙер яңы йүнәлеш уйлап табырға кәрәкмәй. Был система күптән барлыҡҡа килгән һәм уңышлы тормошҡа ашырыла. Йыл һайын яҡынса 300 гектарҙа урман үҫентеләре сәселә. Бынан тыш дәүләт урманы фонды иҫәбенә 260 гектарға өҫтәмә ағас ултыртыла. Дүрт питомник бар. Уларҙа йыл һайын 2 миллиондан ашыу үҫенте ултыртыла.
 
1450 гектарҙа ағастарҙы тәрбиәләп ҡарап сыҡтыҡ. 3585 кубометр ағас әҙерләнек һәм уларҙың 400 кубометрҙан ашыуы эшкәртелде. Бигерәк тә урманды һаҡлауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ошо маҡсатта 2172 гектарҙа санитар ағас ҡырҡыу башҡарылған.
Беҙҙең эштә иң ҡурҡынысы – урман янғыны. Был бәләне булдырмаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге буйынса саралар даими күрелә: 203 километрҙа минераллаштырылған һыҙаттар һалынды һәм тәртипкә килтерелде.
 
Предприятиеның Юлыҡ, Этҡол, Темәс ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында участкалары бар. Уларҙа етештерелгән төҙөлөш материалдарына һәр ваҡытта ла һорау ҙур. Штакетник, һайғау, таҡта, бағана, төрлө ҙурлыҡтағы бураларға күпләп заказ бирәләр. 2012 йылда 3,6 млн һумлыҡ тауар етештереп һатыу ҡаралған.
 
Киләсәктә таш эшкәртеү, күмер етештереү производстволарын асырға уйлайбыҙ. 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғы райондарын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына ярашлы, урман ресурстарын тулыһынса файҙаланыу ҡарала. Был урындағы халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырға, килемен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға, бюджетты тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөн Темәс ауылында ағас ҡалдыҡтарынан күмер әҙерләү буйынса производство асыу ҡарала. Был ҡулайламаны урынлаштырыу өсөн айырым цех асыу талап ителмәй һәм был тәңгәлдә йыл әйләнәһенә эш алып барырға мөмкин.
Беҙҙең коллективта бөтәһе 81 кеше, шуларҙың 56-һы килешеү буйынса эшләй. Күптәр тиҫтә йылдар хеҙмәт стажы туплаған. Улар араһынан Й.Х. Азаматов, Ғ.Ә. Мөхәмәтйәнов, И.Ә. Рахманғолов, И.Р. Нәҙербаев, Ф.Т. Беседина, М.А. Низамова, З.Н. Әбйәлилов, Ф.Х. Күсәмышев, М.Р. Яҡупов, Р.Б. Йәнғалин, А.У. Урмантаева, И.С. Мырҙабулатовтарҙы яҡшы яҡтан билдәләп китергә мөмкин.
 
Юлыҡ участкаһы начальнигы Й. Азаматов, питомник мастеры М.Якушев, урманды файҙаланыу буйынса инженер Ф.Беседина, предприятие директоры И.Мырҙабулатов Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды. Быйыл улар рәтенә Баймаҡ участкаһы начальнигы И.Ә. Рахманғолов та өҫтәлде.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайы менән коллегаларымды ҡотлап уңыштар, ғаилә именлеге, бәхет теләйем.
 
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.