26 сент. 2012 г.

18 йәшкә тиклем пособие түләнә


2012 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 6 сентябрендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡайһы бер ҡарарҙарына төҙәтмәләр индереү тураһында”ғы 309-сы ҡарары үҙ көсөнә инде.

Ҡарарға түбәндәге үҙгәрештәр индерелә:

  • дөйөм белем биреү учреждениеларында ғына түгел, ә 18 йәше тулғанға тиклем башланғыс һөнәри белем биреү дәүләт учреждениеларында көндөҙгө бүлектә уҡығандарға ла балалар пособиеһы тәғәйенләнә һәм түләнә. Ул документтар тапшырылған көндән алып 12 айға тиклем тәғәйенләнә. Был осраҡта балалар өсөн йәшәү минимумы күләме иҫәпкә алына, 2012 йылдың 1 сентябренән ул 5454 һум тәшкил итә.
Үрҙә индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, 2012 йылдың 1 октябренән 2012 йылдың 17 сентябренә тиклем тәғәйенләнгән балалар пособиеһы түләүе туҡтатыла. 2012 йылдың 17 сентябренән 31 декабренә тиклем пособие алыуға хоҡуҡтарҙы раҫлаған осраҡта ул туҡтатылған ваҡыттан, йәғни 2012 йылдың 1 октябренән, ҡайтанан түләнә башлаясаҡ.
Пособиеға хоҡуҡты 2012 йылдың 31 декабре-нән һуң раҫлаған осраҡта, ул мөрәжәғәт иткән ваҡыттан алып түләнә башлай.
Айлыҡ балалар пособиеһы алыусыларға йәшәгән урындары буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә:
  • мөрәжәғәт итеүсенең паспорты;
  • ғаилә хәле тураһында белешмә, ауылда йәшәүселәргә ер бүлеменең майҙанын күрһәтергә кәрәк;
  • балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары;
  • никах тураһындағы таныҡлыҡ йәки атайлыҡты билдәләүсе таныҡлыҡ;
  • ИНН (социаль номер) һәм СНИЛС (пенсия страховкаһы таныҡлығы);
  • ата-әсәнең мөрәжәғәт иткән көнгә тиклемге һуңғы 3 айлыҡ килеме тураһындағы белешмә (эш хаҡы, пенсия, стипендия, алимент һ.б.) талап ителә. Эшләмәүселәргә – хеҙмәт кенәгәлеренең төп нөсхәһе һәм күсермәһе, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән эшһеҙлек буйынса алған пособиеның күләме күрһәтелгән йәки пособие алмауҙары тураһындағы белешмә. Әгәр хеҙмәт кенәгәһе булмаһа – диплом йәки һуңғы уҡыу йортонан алынған аттестат күсермәһе. Эшҡыуарҙарға – һуңғы һалым декларацияһының күсермәһе.
16 йәше тулғандарға дөйөм белем биреү (мәктәп), башланғыс һөнәри  белем биреү (училище, лицей) учреждениеларында уҡыуҙары тураһында белешмә тапшырырға кәрәк буласаҡ.
 
Т. Денисова,
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралы-ғының Баймаҡ районы
һәм ҡалаһындағы бүлек начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.