27 сент. 2012 г.

Ҡыҫҡаса

Баймаҡтар – беренсе!

21 сентябрҙә Шишмә районында Урман хужалығы ойошторолоуҙың 310 йыллығына арналған урман эшсәндәренең сираттағы ярышы үтте. Унда төбәк-ара конкурста еңеү яулаған 9 команда көс һынашты. Баймаҡ намыҫын “Баймаҡ урманы” ДУП-ынан Абрик Абдуллин менән Иштимер Зәйнәшев яҡланы. Конкурста ҡатнашыусылар теоретик һорауҙарға яуап биргәндән һуң, практик яҡтан һынау тотто. Һөҙөмтәлә, баймаҡтар беренсе урынды яуланы. Конкурстың шарттары буйынса, киләһе ярышты беренсе урын алған команда уҙғара. Шулай итеп, сират – баймаҡтарға.

Конкурс дауам итә

Йәштәр бүлеге тарафынан заманса башҡорт кейемдәре, милли кейем тегеүселәр араһында иғлан ителгән конкурс 1 октябргә тиклем дауам итәсәк. Конкурстың баһалама ағзалары үҙенсәлекле, зауыҡлы, сағыу эштәргә иғтибар бирәсәк.

Тимурсылар ярҙамға сыға

Уҙған аҙнала Сыңғыҙ мәктәбенең Х.Әхмәтов исемендәге пионер ойошмаһы эргәһендә эшләп килгән “Тимур командаһы” Шәфҡәтлелек айлығы сиктәрендә ауылдың оло йәштәге инәйҙәренә ярҙам күрһәтте. Улар картуф алышты, утындарын өйҙө, ихаталарын сүп-сарҙан таҙартты. Әйткәндәй, бындай сара айлыҡ барышында ғына түгел, йыл әйләнәһенә ойошторола.

Һунар асыла

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 24 сентябрҙән һыу, ялан ҡоштарына көҙгө-ҡышҡы миҙгел һунары асылды.
Л. Такаева.

Темәстә – йәрминкә

29 сентябрҙә “Темәс баҙары” МУП-ы биләмәһендә көҙгө йәрминкә үткәрелә. Сараға райондың ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм шәхси хужалыҡ алып барыусыларҙы саҡырабыҙ. Сауҙа урындары бушлай. Рәхим итегеҙ!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.