3 сент. 2012 г.

Тантаналар

Ҡуянтауҙа мәктәп асылды


Был көндө Ҡуянтау ауылы халҡы күптән түҙемһеҙләнеп көтә ине. Хәйер, Баймаҡ ПМК-һы төҙөүселәренең был объектты ни бары 3,5 айҙа күтәреп, яңы уҡыу йылына бүләк итеүе һәр кем өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы ваҡиға булғандыр.

Район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы ҡотлап: “Заман талаптарына яуап биргән яҡты, матур мәктәп өсөн, тәү сиратта, президентыбыҙ Р.З. Хәмитовҡа, республика Хөкүмәтенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың ярҙамын, таянысын тойоп эшләнек. Республика буйынса төрлө объекттар төҙөгән, башҡа төҙөлөш предприятиелары юҡҡа сыҡҡанда ла сафта ҡалған “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы төҙөүселәре алдында баш эйәбеҙ. Ғөмүмән, ошо изге эштә ярҙам күрһәткән һәр кешегә рәхмәтлебеҙ. Ҡуянтау балалары бүләкте лайыҡлы баһалап, яҡшы уҡыр, уҡыу, спорт, төрлө олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәҫ, тип ышанабыҙ”, – тине.

Артабан район етәксеһе мәктәп төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән, яҡшы эшләгән Баймаҡ ПМК-һы, Ҡуянтау ауылы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.
 
Оло, сағыу тантанаға бер кем дә буш ҡул менән килмәгән. Район-ҡаланың предприятие, ойошма-учреждениелары, ауыл хужалығы етәкселәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары мәктәпкә йомшаҡ мебель, телевизор, ашхана өсөн һауыт-һаба, оргтехника, туптар һ.б. бүләктәр алып килгән ине. Шулай уҡ аҡсалы конверттар ҙа тапшырылды. Һәр кем был көндө төҙөүселәргә, мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға иң йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Балалар иһә матур йырҙары, сағыу бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.
 
Мәктәп менән танышҡанда тантанала ҡатнашыусылар һоҡланыуын йәшерә алманы. Эйе, быйыл Ҡуянтау ауылының 122 уҡыусыһы заманса йыһазландырылған, яҡты, йылы кластарҙа белем аласаҡ. Бер ҡатлы итеп проектланған, артабан район етәкселеге тырышлығы менән ике ҡатлы итеп һалынған мәктәптә илебеҙҙең киләсәге булған аҡыллы, ғилемле, кешелекле улдары һәм ҡыҙҙары тәрбиәләнһен ине. Яңы уҡыу йылы һәм яңы мәктәп менән һеҙҙе!
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.