16 сент. 2012 г.

Үҙ теләгең менән эштән китһәң

     
     Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 80-се статьяһына ярашлы, хеҙмәткәр эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүен бер яҡлы тәртип буйынса ла туҡтата ала. Был хоҡуҡ хеҙмәт килешеүенең төрөнә, хеҙмәткәр тарафынан башҡарылған хеҙмәт функцияһына, эш биреүсенең хоҡуҡи статусына ла ҡарамай.
    
     Хеҙмәткәр үҙ теләге менән хеҙмәт килешеүен туҡтатырға ҡарар иткән икән, уның сәбәптәрен ғаризала күрһәтеү  мотлаҡ түгел. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк, эштән киткән осраҡта әгәр ул кешегә Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы ниндәйҙер ташлама йәки гарантиялар ҡаралған булһа, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш.

     Иғтибарға алырлыҡ сәбәптәр менән хеҙмәт килешеүен өҙгән осраҡта хеҙмәткәрҙең хеҙмәт кенәгәһендә был хаҡта күрһәтелеүе ихтимал.
 
     Хеҙмәткәрҙең эштән китеүе тураһындағы ҡарары үҙ теләге менән башҡарылырға тейеш. Шуға бәйле, Рәсәй Федерацияһының Юғары суды пленумы 2004 йылдың 17 мартында “Рәсәй Федерацияһы суды тарафынан Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексын ҡулланыу тураһында”ғы 2-се ҡарарында хеҙмәткәрҙең үҙ теләге менән хеҙмәт килешеүен өҙөүгә килтергән осраҡтарға аңлатма биргән.
 
     Әгәр ҙә судта был йүнәлештәге эш ҡаралғанда, дәғүәсе эштән китеү тураһындағы ғаризаны эш биреүсе яҙырға мәжбүр итте, тип белдерһә, был факт тикшерелергә тейеш һәм уға дәлилдәр килтереү һәм иҫбатлау хеҙмәткәрҙең иңенә төшә. Был осраҡта эш биреүсенең хеҙмәткәргә үҙ теләге менән эштән китергә мәжбүр иткән төрлө баҫымдары, шул иҫәптән ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙ инициативаһы менән эштән китергә мәжбүр булған аҙымы ла ҡарала.
 
     Эштән китеү тураһындағы ғариза хеҙмәткәрҙең үҙ теләге менән бирелмәгән булһа, уның үҙ инициативаһы менән хеҙмәт килешеүен өҙөүе тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел.
 
     Хеҙмәткәрҙең теләгән ваҡытта үҙ теләге менән эштән китеүе тураһындағы хоҡуғы ҡаралһа ла, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексында унда мотлаҡ үтәлергә тейешле бер пункт билдәләнгән –  эштән китеүе хаҡында эш биреүсегә ике аҙна элегерәк хәбәр итергә бурыслы. Был срок эш биреүсе хеҙмәткәрҙең эштән китеүе тураһындағы ғаризаһын алған көндөң иртәгеһенән башлана.
 
     Ҡайһы бер категория хеҙмәткәрҙәргә икенсе сроктар ҙа ҡаралған. Ойошманың етәксеһе хеҙмәт килешеүен алдан өҙөү тураһындағы ғаризаһы менән эш биреүсене яҙма рәүештә бер ай элек иҫкәртергә тейеш (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 280-се статьяһы).
     Ике айға тиклем хеҙмәт килешеүе төҙөгәндәр шул иҫәптән миҙгелле эшкә йәлеп ителгәндәр эш биреүсене өс календарь көн элек иҫкәртергә бурыслы (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 29*2-се һәм 296-сы статьялары).
 
     Әгәр ҙә һынау срогында тәҡдим ителгән эш уны ҡәнәғәтләндермәһә, хеҙмәткәр үҙ теләге менән хеҙмәт килешеүен өҙөргә хоҡуҡлы, ләкин ул был хаҡта эш биреүсене  яҙма рәүештә өс көн алдан иҫкәртергә тейеш.
 
     Эштән китеү тураһындағы ғаризаны мотлаҡ яҙма рәүештә бирергә кәрәк. Хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһындағы телдән яһалған иҫкәртеүгә генә нигеҙләнеп, эш биреүсе эштән ебәреү тураһында бойороҡ сығара алмай. Эш биреүсе һәм хеҙмәткәрҙең хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһындағы килешеү иҫкәртеүгә ҡаралған срокка тиклем дә туҡтатылыуы ихтимал. Яҡтар тарафынан билдәләнгән ваҡытҡа хеҙмәткәрҙең үҙ теләге менән хеҙмәт килешеүен өҙөүе Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 77-се статьяһының 1-се пункты 1-се өлөшөнә һәм 78-се статьяһына ярашлы башҡарылырға тейеш.
 
     Әгәр хеҙмәткәр хеҙмәт килешеүен өҙөүе һәм иҫкәртеүгә билдәләнгән ваҡыты тамамланғанға ҡәҙәр эштән ебәреүҙе һорай икән, эш биреүсенең хеҙмәт килешеүен туҡтатыуға бәйле килешеү юридик көскә эйә түгел. Ул бары тик эштән ебәреүгә бәйле датаға ғына әһәмиәт бирә. Әгәр эш биреүсе хеҙмәткәрҙең хеҙмәт килешеүен иҫкәртеү срогы тамамланғанға ҡәҙәр туҡтатыуын теләмәй икән, хеҙмәткәр был ваҡытты мотлаҡ үтергә тейеш. Эш биреүсе үҙ сиратында хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһындағы ғариза ҡабул итеп алғандан һуң билдәләнгән ике аҙналыҡ срок тамамланғанға ҡәҙәр хеҙмәткәрҙе эштән сығарырға хоҡуғы юҡ.
 
     Ә. БИЛАЛОВА,
     Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.