17 сент. 2012 г.

Ҡуянтауҙар һынау тотто


Кисә Ҡуянтау мәктәбендә Граждандар обороныһы айлығы сиктәрендә уҡыу күнекмәһе үтте. Иртәнге сәғәт 11-ҙә “Янғын!” сигналы бирелеү менән уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре тышҡа ашыҡты. Бының өсөн уларға 1 минут 10 секунд талап ителде. Уҡытыусыларҙың отчеты буйынса 94 уҡыусының барыһы ла теүәл килеш урамға теҙелгән.
Сигнал алыу менән ярҙамға килеп еткән Баймаҡ ҡалаһындағы 114-се янғын һүндереү часы, Сибай ҡалаһындағы эҙләү-ҡотҡарыу төбәк отряды, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын теүәл һәм юғары профессиональ кимәлдә үтәне. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ ут һүндерә башлаһа, ҡотҡарыусылар иһә мәктәптең 2-се ҡатында “ут” ҡамауында ҡалған уҡыусы-муляжды ҡотҡарырға ашыҡты. Шулай итеп, берҙәм көс менән мәктәптең информатика кабинетында сыҡҡан “янғын” һүндерелде.
 

– Бындай ҙур күләмдәге сара беҙҙең мәктәптә беренсе тапҡыр уҙҙы, – тине Ҡуянтау мәктәбенең тормош  хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ф.Ә. Ҡаҙаҡҡолов. – Һөйләп аңлатҡанға ҡарағанда, уҡыусыларҙың үҙ күҙҙәре менән күреп-белеүҙәре күпкә яҡшыраҡ.
Артабан Сибай ҡотҡарыусылары уҡыусыларға практик күнекмә үткәрҙе. Төркөм начальнигы вазифаһын башҡарыусы Р.И. Шаһиғәлин үҙ эштәренең нескәлектәре менән таныштырҙы, ҡотҡарыу саралары барғанда ҡулланылған ҡоролмаларҙы күрһәтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.
 
Лилиә ТАКАЕВА.
Е. Ғүмәрова фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.