17 сент. 2012 г.

Мерәҫтәр – беренсе!

    
     Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы Хафизова Мерәҫ ауыл биләмәһен 14 майҙан етәкләй. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул зыяратты кәртәләү, ваҡ мал кардаһын ремонтлау, паркты рәшәткә менән уратып алып, уны буяу эштәрен ойоштора. Ауыл тағы ла йәмләнә һәм матурая бара. Шулай уҡ Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы өмәләр үткәреп, ауылды төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. “Әлбиттә, башҡараһы эштәр бик күп әле. Шулай ҙа ауылыбыҙ матур, таҙа булһын өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ”, – ти Т.М. Хафизова.

     Ауыл биләмәләре араһында төҙөкләндереү буйынса иғлан ителгән ярышта август айы йомғаҡтары буйынса Баймаҡ район хакимиәте башлығының күсмә вымпелына Мерәҫ ауыл биләмәһе лайыҡ булыуы Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙының үҙ эшенә яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе ул. Киләсәктә лә мерәҫтәр алдынғылар рәтендә булһын!
 
     Г. САЛАУАТОВА.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.