7 сент. 2012 г.

Боронғо кәсеп яңыра

  Мәғлүм булыуынса, быйылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 27 авгусындағы “Урал аръяғында 2012 йылға ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында”ғы 949-сы бойороғон тормошҡа ашырыу маҡсатында республика буйынса 39 мәктәптә ҡортсолоҡ нигеҙҙәре уҡытыла башланы.
      Беҙҙең райондан биш уҡытыусы Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында ҡортсолоҡ нигеҙҙәре буйынса квалификация күтәреү курстары үтте. Беҙ ошо курстар һәм, ғөмүмән, киләсәк быуынға ата-бабаларыбыҙ шөғөлөн өйрәтеү, ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында Күсей ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, география уҡытыусыһы Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов менән һөйләштек.

      – “Ҡортсолоҡ” дәрестәрен алып барыу буйынса квалификация күтәреү курстары юғары кимәлдә ойошторолдо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, йәғни 72 сәғәтлек программала Башҡорт дәүләт аграр университеты профессорҙары төплө лекциялар менән сығыш яһаны. Айырыуса Марат Ғиндулла улы Ғиниәтуллиндың, Варис Рәфҡәт улы Туҡтаровтың сығыштары фәһемле булды. “Башҡортостан – Рәсәйҙең бал төбәге” тигән республика фестивалендә ҡатнашыу ҙа күп тәьҫораттар ҡалдырҙы. 
      Быға тиклем үҙемдең дә умарта тотоу буйынса тәжрибәм бар ине, шуға ла теоретик һәм практик яҡтан әҙерлек бар. Беҙҙең мәктәптә 9-сы класс уҡыусылары аҙнаһына ике сәғәт ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Был фән буйынса дәреслектәр әҙерләнгән, китаптар, күргәҙмә пособиелар, видеотека һ.б. октябрь тирәһендә беҙгә килеп етәсәк.
      Минеңсә, балаларға ошо профилле белем биреү уларҙы боронғо кәсеп менән таныштырыуҙан тыш, умартасылыҡ өлкәһендә профессиональ белгестәр әҙерләүгә, ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә, ауылдың социаль үҫешен әүҙемләштереүгә ҙур булышлыҡ итәсәк.
      Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.