29 сент. 2012 г.

Һорауҙарға башлыҡ яуап бирә


Уҙған йомала Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Исмәғил Әхмәт улы Бураншин менән “Тура бәйләнеш” ойошторолдо. Ҡала халҡы ғына түгел, ауылдарҙан да шылтыратып үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙеләр. Иң мөһим һаналғандарын гәзит биттәренә тәҡдим итәбеҙ.

М.Ҡолбулдин, М.Рафиҡова, Л.Курочкина (Крәҫтиәндәр урамы), М.Вакарева (Чкалов), В.Абдрахманов (Энергетиктар), С.Рәхмәтуллина, Г.Ғөбәйҙуллина (Халтурин):
– Беҙҙең урамға газ селтәре һуҙылды. Ҡасан “зәңгәр яғыулыҡ” бирелер икән?
– Ысынлап та, ҡаланың күп кенә урамдарына газ селтәре үткәрелде. Был тәңгәлдә эш артабан да дауам итәсәк. Газ селтәре төҙөлөшө алып барған ойошма менән тулыһынса иҫәпләшеп бөтмәү арҡаһында был мәсьәлә асыҡ ҡала килде. Әле ул проблема хәл ителде. Бер нисә көндән “зәңгәр яғыулыҡ” буласаҡ, тип ышанабыҙ.
 
А.Туленков, Коммунистик урамы:
– Исмәғил Әхмәт улы, тәүҙә беҙҙең Коммунистик урамына асфальт түшәп төҙөкләндергән өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ике һорауым да бар. Беренсеһе: беҙҙең урамдан елдән етеҙ “сапҡан” машиналар борсолоу тыуҙыра. Йәйәүлеләр, балалар өсөн бигерәк тә хәүефле. Шунлыҡтан беҙҙең урамға тротуар кәрәк ине.
Икенсеһе: ҡыш көндәре беҙҙең урамды һыу баҫа. Ошо мәсьәләне хәл итеп булмаҫмы икән?
– Һеҙ актуаль мәсьәлә күтәрәһегеҙ, ҡаланың бер нисә урамына тротуар мотлаҡ кәрәк. Был тәңгәлдә эштәр алып барыла. Блюхер, Стаханов урамдарына тротуар һалыу буйынса проект-смета документтары әҙер. Башҡа урамдарға ла әкренләп сират етер. Елдән етеҙ “сапҡан” машиналарҙың тиҙлеген кәметеү маҡсатында юлдарға “лежащий полицейский” һалыу ҡарала. Был тәңгәлдә ЮХХДИ менән килешеү төҙөлгән.
Икенсе һорау буйынса шуны әйтер инем: Әлибаев, Коммунистик урамдарын ҡышҡы айҙарҙа ер аҫтынан сыҡҡан һыу баҫа. Эҙләнеү институтының тәҡдиме буйынса был урамдарға дренаж һалыу мәсьәләһе ҡарала.
 
В.Абрахманов, Энергетиктар урамы:
– Ҡаланың Энергетиктар урамында электр энергияһы көсө түбән, телевизор, һыуытҡыстарҙы ла эшләтеп булмай.– Был мәсьәләне контролгә алырбыҙ һәм хәл итергә тырышырбыҙ.
 
З.Фәизова, Юбилей урамы, 3-сө йорт, 2-се фатир:
– Беҙҙең фатирҙың стеналары еүешлектән ҡарайҙы. Үҙ көсөбөҙ менән ремонтлап ҡараһаҡ та уны бөтөрөп булмай. Бәлки, подвалды төҙөкләндерергә кәрәктер? Был проблеманы хәл итеүҙе һорап “УК ЖФБ” ЯСЙ-һына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ғариза яҙҙыҡ. Минең ике бәләкәй балам бар, уларҙың һаулығы өсөн борсолам. Еүеш булғанлыҡтан бик йыш ауырыйҙар. – “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы директоры Р.Байбулатов менән ошо арала фатирҙы барып ҡарарбыҙ. Ярҙам итергә тырышырбыҙ.
 
В.Морапталова, Йолалы урамы:
– Исмәғил Әхмәт улы, беҙҙең Йолалы урамының йоп һанлы рәтенә һыу селтәре төҙөргә ярҙам итһәгеҙ ине, йорттарға һыу индерергә иҫәп бар. Һыу селтәре Баймаҡ инкубаторына килеп еткән, ара алыҫ түгел.– “Водоканал” МУП-ы бөгөн көсөргәнешле эшләй. Шунлыҡтан был мәсьәләне октябрь айында хәл итергә тырышырбыҙ.
 
З.Үҙәнбаева, Әлибаев урамы, 49-сы йорт:
– Беҙҙең йорт ҡаршыһында скверҙағы ҡороған ике ағасты ҡырҡып ташларға ине, яҡтылыҡты ҡаплай.– Һеҙҙең һорауҙы яҙып алдым, ярҙам итербеҙ.
 
Д.Исхаҡова, Исҡужин урамы:
– Минең балаларым ете йыл Исҡужин урамында йәшәй, ошо дәүерҙә унда бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Электр энергияһы көсө түбән, юл насар, газ юҡ.– Ундағы проблемалар беҙгә яҡшы таныш. Был тәңгәлдә эш алып барабыҙ. Электр энергияһы көсөн яҡшыртыр өсөн документтар әҙер. Хәҙер ТП ҡоролмаһы урынлаштырырға кәрәк. Юлға ҡырсынташ түгербеҙ. Ҡалған мәсьәләләрҙе лә өйрәнеп хәл итергә тырышырбыҙ.
 
С.Измайлова, Рафиҡов урамы:
– Исмәғил Әхмәт улы, минең  ике һорауым бар. Беренсеһе: Аҡназаров менән Рафиҡов урамы киҫешкән урындың юлын төҙөкләндереү кәрәк ине. Өҫтәүенә, ошо урынға урам яҡтыртҡысы ла кәрәк. Көндәр ҡыҫҡарҙы, ҡараңғы. Уҡыусы балалар ҙа күп, улар мәктәпкә башлыса йәйәү йөрөй.Икенсеһе: Аҡназаров менән Рафиҡов урамында эре һәм ваҡ малдарын көтөүгә ҡушмай урамға сығарып ебәргән кешеләр бар. Мал йәшеллекте бөтөрҙө, беҙҙең ихаталарға инеп, ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы, сәскәләрҙе ер менән тигеҙләп сығып китә. Хужалары менән һөйләшеп ҡарау ҙа файҙа бирмәне.
– Тәүге мәсьәләне контролгә алырмын, хәл итергә тырышырбыҙ. Ә бына икенсеһе буйынса шуны әйтә алам: был күптән инде актуаль мәсьәләгә әйләнгән. Берәҙәк мал хужаларының исемлеге төҙөлгән. Ҡайһы берәүҙәрҙең 10-15 кәзәһе, быҙауҙары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәренә протокол төҙөлдө һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ошо көндәрҙә ҡалғандарын да комиссияға саҡырасаҡбыҙ.
Гражданлыҡ позицияғыҙ беҙҙе ҡыуандыра. Һеҙҙең менән бергә эшләгәндә күп ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә мөмкин.
 
А.Абдрахманова, Есенин урамы, 1-се йорт:
– Уҙған ҡыш беҙҙең йорт һыуыҡ булды, йылы килмәне. Быйыл да шул уҡ хәл ҡабатланырмы икән?– Былтыр йортҡа йылылыҡ барып етмәүҙең сәбәбен асыҡлай алмағайныҡ, хәҙер иһә уны беләбеҙ. Был тәңгәлдә эш алып барыласаҡ: йылылыҡ торбаһы алмаштырыласаҡ. Быйыл йортҡа йылылыҡ килер, тип ышанабыҙ.
 
З.Абдуллин, Бабич урамы:
– Беҙҙең урамдың өҫкө яғын төҙөкләндереү талап ителә, урам яҡтыртҡысы ла кәрәк.
– Юлға ҡырсынташ түшәрбеҙ, ә урам яҡтыртҡысын октябрҙә эшләргә тырышырбыҙ.
 
Ибраһимов, Космодемьянская урамы:
– Исмәғил Әхмәт улы, һеҙгә ике һорауым бар. Беренсеһе: Дәүләтшина һәм Космодемьянская урамында һыу селтәре төҙөгәндән һуң юлдар тигеҙһеҙ ятып ҡалды. Икенсеһе: ҡалалағы “Магнит” сауҙа нөктәһенә (“Арҡайым” сауҙа үҙәге эргәһендә) ингән юл бик насар хәлдә.– Тәүге һорау буйынса: юлды ҡарап сығып, проблеманы өйрәнербеҙ, хәл итергә тырышырбыҙ. Ә инде “Магнит” сауҙа үҙәгенә ингән юл, ысынлап та, насар. Уның хужаһы майҙансыҡты һәм ингән юлды тигеҙләргә тейеш.
 
С.Ғәйетбаев, Әлибаев урамы:
– Исмәғил Әхмәт улы, һеҙгә ике һорауым бар. С.Юлаев проспектында урынлашҡан “Ирәмәл” магазинында һыра һатыла. Ә бит закон буйынса мәғариф учреждениеларына яҡын булған сауҙа нөктәләрендә һыра, алкоголле эсемлек һатыу тыйыла. “Ирәмәл” ҡаршыһында 3-сө мәктәп, сәнғәт мәктәбе урынлашҡан. Шулай уҡ Әлибаев, Коммунистик, Блюхер, Ленин урамдарына “лежащий полицеский” кәрәк, машиналар шул ҡәҙәр ҙур тиҙлектә йөрөй. – Һеҙҙең һорауҙы тейешле органдарға йүнәлтербеҙ. Ә бына икенсе һорау буйынса яҡын арала сара күреләсәк.

Лилиә Такаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.