13 сент. 2012 г.

«СӘЛӘМ, СТУДЕНТ!» фестивале Баймаҡта

    
     Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары булған йәш йырсылар иртәгә беҙҙе тағы ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле концерт менән ҡыуандырырға уйлай. Ошо хаҡта белеү өсөн билдәле йырсы Илгиз Абдрахмановҡа мөрәжәғәт иттек.    
 
– Илгиз, йәйгеһен һеҙ баймаҡтарҙы сағыу концертығыҙ менән ҡыуандырғайнығыҙ инде. Ә буласаҡ сығышығыҙ ниндәй маҡсатта үткәрелә? 
– Беҙ “Сәләм, студент!” тип аталған фестиваль үткәрәбеҙ. Әйткәндәй, ул республикала йыл һайын уҙғарылған матур бер йолаға әүерелде. Маҡсатыбыҙ – яңы уҡыу йылына аяҡ баҫҡан студенттарҙы сәләмләп, уларға яҡшы уҡырға көс-дәрт, илһам биреү.
 
– Концертҡа кемдәрҙең килеүе көтөлә?
 
– Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең яратып өлгөргән йырсылары—Фәнис Солтанғолов, Тимур ZинDан Вәлитов, Лиана Хәбибуллина, М.С. Алаҡан, Ян Лира, Розалия Шарафутдинова, Айнур Мансуров, Дэни, DJ DD (Динар Дәүләтбаев) һәм әлбиттә, мин (йылмая).
 
– Йәйгеһен һеҙ йәштәрҙе экстремизм һәм терроризмға ҡаршы өндәгәйнегеҙ...
 
– Фестивалдең дә изге ниәте бар – ул йәштәрҙе һау-сәләмәт тормош алып барыуға, иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар, тәмәкенән баш тартыуға саҡырыу.
 
– Концерт ваҡытында төрлө сюрприздар ҙа әҙерләй торғайнығыҙ.

– Әлбиттә-әлбиттә, йәштәр өсөн сарала сюрпризһыҙ булмай! Төрлө уйындар, викториналар үткәрәсәкбеҙ, уның өсөн приздар ҙа ҡаралған.
 
– Белеүемсә, һеҙ эстрада йондоҙҙары менән бергә сығыш яһарға теләүселәргә лә ярҙам итмәксеһегеҙ? 
– Эйе, йырсылар менән бергә сәхнәлә йырларға теләгәндәрҙең 12 сентябрҙә киске сәғәт алтыға халыҡ ижады үҙәгенә килеүе һорала. Йөрәгендә дәрт уйнап торған, үҙен сәхнәлә йырсы итеп күргәндәр, рәхим итһендәр! Сөнки Баймаҡ ерендә йыр-моңға әүәҫ, талантлы йәштәр бик күп булыуын беләм. Уларҙы киләсәктә Өфөгә саҡырыуҙы ла ойошторасаҡбыҙ. Шуға күрә йырлаған йәштәр ҡыйыуыраҡ булһын ине.
 
– Илгиз, әңгәмәң өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә беҙҙе шундай матур сығыштарығыҙ менән ҡыуандырығыҙ. Ә гәзит уҡыусыларҙы 12 сентябрҙә 19.00 сәғәттә халыҡ ижады үҙәгенә “Сәләм, студент!” фестиваленә саҡырабыҙ. 
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.