13 сент. 2012 г.

ЕР БҮЛЕМЕ СИКТӘРЕ НИСЕК БИЛДӘЛӘНӘ?

     “Шәхси ер бүлемен кадастр иҫәбенә ҡуйырға теләгәйнек. Уның сиктәрен билдәләү тәртибен аңлатһағыҙ ине. Документтар әҙерләүҙе нимәнән башларға кәрәк?”
     Р. Ахунов.
    
     Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Р.Ф. Фәхретдинова яуап бирә:
 

     – Күсемһеҙ милеккә ҡарата уның сиктәрен билдәләү эштәрен башҡарырға була. Әгәр һүҙ дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу маҡсатында сиктәрҙе билдәләү тураһында барһа, был ҡануниәттә сиктәрҙе бүлеү түгел, ә кадастр эштәре тип атала. Кадастр эштәре ҡатмарлы процесс, шуға күрә дәүләт был эште махсус әҙерлеге булған белгестәргә һәм ойошмаларға, күп осраҡта кадастр инженерҙарына йөкмәтә.
 
  Аттестация үткән кадастр инженерҙары һәм уларҙың рейтингы тураһындағы мәғлүмәтте Росреестрҙың федераль кадастр палатаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы сайтында (https://zkprb.ru), ә контакт һандарын (https://rosreestr.ru) Росреестрҙың сайтына инеп “Кадастр инженерҙарының дәүләт реестры” бүлегендә табырға була.
 
  Шулай итеп, ер бүлемен дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр тупланған документтар әҙерләү өсөн кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә һәм уның менән подряд килешеүе төҙөргә, шарттар һәм эш хаҡы тураһында килешергә кәрәк. Кадастр эштәре күләмен заказсы үҙе билдәләй. Әйткәндәй, ер сиктәрен билдәләү процедураһын һеҙ үҙ теләгегеҙ буйынса ла үткәртә алаһығыҙ.
 
  Кадастр эштәре һөҙөмтәһендә түбәндәге документтар әҙерләнә: сиктәр (межевой) планы, техник план һәм тикшереү акты. Сиктәр планы билдәле территорияның кадастр планы йәки билдәле ер участкаһы тураһындағы кадастр выпискаһы нигеҙендә төҙөлгән документ. Ул план әҙерләүсе кадастр инженерының ҡултамғаһы һәм мисәте менән нығытыла.
 
     Ер участкаһын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн кадастр иҫәбе органына (Росреестрҙың федераль кадастр палатаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалына) күсемһеҙ милек объектын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғариза һәм сиктәр планы тапшырырға кәрәк. Был документтарҙы шәхсән, почта (Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5, 1-се зал) йәки электрон хеҙмәт (https://rosreestr.ru) аша тапшырырға була.
 
  Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: кадастр иҫәбенә ҡуйыуға ғариза менән күсемһеҙ милек объекттары хужалары ғына түгел, алдан һөйләшелгән булһа, кадастр инженеры ла мөрәжәғәт итә ала. Күсемһеҙ милек объекттары ғариза бирелгәндән һуң 20 эш көнөнән дә һуңламай иҫәпкә ҡуйыла.
 
  Билдәле ер бүлеменә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе үткәреү өсөн теркәү органдарына хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе үткәреү тураһында ғариза һәм ер бүлеменә хоҡуҡтарҙы билдәләүсе документ бирергә кәрәк.
 
     Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы тарафынан күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе өсөн билдәләнгән дәүләт пошлинаһын да түләргә кәрәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.