29 сент. 2012 г.

Мөғжизәле китап иле


23 сентябрь – китап көнө. Ошо уңайҙан, Баймаҡ ҡала китапханаһында башҡорт китабы аҙналығы үтте.
 

Аҙналыҡ Р.Йәнбәктең 60 йәшенә арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе менән башланып китте. Артабан китапханала А.Игебаевҡа арналған “Халҡымдың ғорурлығы”, “Башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрендә алтын көҙҙөң сағылышы” темаларына арналған дәрестәр үтте. Халыҡ әкиәттәре лә аҙналыҡта үҙ урынын алды. “Борон-борон замандан китап изге һаналған” тигән матур исем аҫтында үтә был кисә. Аҙналыҡ “Ғаилә менән китап уҡыйбыҙ” тигән осрашыу менән тамамланды. Бында ата-әсәләр, уҡыусылар йыйылды.
 
Осрашыу башында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы. “Беҙҙең ғаиләнең иң яратҡан китабы” өлөшөндә балалар әсәләре менән берлектә үҙҙәре яратҡан китапҡа презентация үткәрҙе, йәғни реклама яһаны. Артабан йәш әсәләр үҙҙәренең ғаиләһендә китап уҡырға яратыу кеүек күркәм традицияның барлыҡҡа килеү тарихы менән уртаҡлашты. “Сәңгелдәктән әкиәт тыңлап үҫкән балалар тәүҙә китаптың һүрәттәрен ҡыҙығып ҡарай, аҙаҡ, мәктәпкә барғас, ижекләп булһа ла һүҙҙәрен уҡып сыға. Хәҙер инде беҙҙән һорап та тормай, туп-тура китапханаға ашығалар”, – тине улар.
 
“Иң уҡымлы класс” – был титулға 4-се мәктәптең 3”а” класы уҡыусылары лайыҡ булды. Улар тиҫтерҙәре һәм әсәләре алдында үҙҙәре уҡыған китапты бик ҡыҙыҡлы итеп ҡылыҡһырланы.
“Әкиәт геройҙарын таныйбыҙмы?” Тап ошолай аталған ине уйынға ҡоролған викторина. Уҡыусылар һүрәттәргә ҡарап, әкиәт, йәнһүрәт геройҙарының исемдәрен атаны һәм йырҙарын йырлап ишеттерҙе.
 
Сара һуңында әүҙем уҡыусыларға Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
 
Эльмира Кейекҡужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.