26 сент. 2012 г.

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре


Камил, һылыу зат, ул тәү нәүбәттә, ҡатын, әсә, хужабикә булараҡ өлгөргән, эштә уңышҡа өлгәшкән, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулаған, үҙ көсөнә ышанған һәм тормошто яратҡан шәхес булырға тейештер. Минең Гәүһәр апайымды ла бөтә яҡлап шундай заттар рәтенә индерергә мөмкин.

Апайым Гәүһәр Юнысбаева-Вәлләмова Йомаш ауылы ҡыҙы. Ата-әсәйем – ябай ауыл кешеләре, үҙҙәренә уҡыу эләкмәгәс, балаларын белемле итергә тырыша. Алты баланың киләсәгенә вайымһыҙ ҡарауы мөмкин дә түгелдер. Атайым ағайымды Өфө юл-транспорт техникумына урынлаштырғас, киләһе йылына апайымды Йылайырҙағы һатыусылар курсына уҡырға ебәрә. Сумаҙандарын алып сығып барған ҡыҙҙарға ҡарап атайым мәрхүмдең әйткәне һаман иҫемдә: “Ҡыҙҙарҙың өйҙән сығып китеүе ошо инде. Ҡыҙ бала – ҡунаҡ ҡына ул”.
 
Апайым күршеләге Зөлфиә Алсынбаева-Үзбәкова менән бергә уҡып, икеһе лә райондан Мерәҫ ауылына юллама алалар. Унда Миңъямал инәйҙә (мәрхүмә инде) йәшәнеләр, ошо ауыл егеттәренә кейәүгә сыҡтылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еҙнәйҙәр гүр эйәләре инде.
 
Апайым хаҡлы ялға тиклем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Мин Мерәҫ мәктәбе директоры М.Р. Алтынбаевҡа ҡәҙерле туғанымды хөрмәт иткәне өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.
 
Минең апайым бик уңған, аҡыллы, сабырлы. Ауыр саҡтарҙа ла, шатланғанда ла беҙ уға ашығабыҙ, юҡҡамы ни әсәйебеҙ ҙә уның эргәһендә йәшәй. Хәҙер апайым Мерәҫтә Арыҫлан Байрамғолов менән тормош көтә. Уларҙы бөтә ауыл халҡы ихтирам итә.
 
Апай! Һин беҙгә оло терәк, һәр эштә кәңәшеңә арҡаланабыҙ. Үҙеңдең талымһыҙлығың, баҫалҡылығың менән һеңлеләреңә, кейәүҙәреңә үрнәк һин! Беҙгә ҡыуаныс булып, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер юлы үтергә, еҙнәйҙең йөрәк йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелеген, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуанысын күреп, бәхетле йәшәргә яҙһын! Һине ысын күңелдән 55 йәшең менән ихлас ҡотлайбыҙ!
 
Иң яратҡан һеңлең Шәһиҙә, кейәүең Фәтих,  улың Тамьян, ҡыҙың Айһылыу менән кейәүең Рәшит.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.