29 сент. 2012 г.

Уҡыусыларҙы страховкалау


Хәҙерге көндә республикала бөтәһе 400 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Уларҙың һәр унынсыһы бәхетһеҙ осраҡтарҙан Росгосстрах компанияһы тарафынан страховкаланған. Был күрһәткес бик түбән, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл белем биреү учреждениеларында балалар травматизмы артһа ла, уҡыусыларҙы страховкалау популяр түгел. Был нимә менән бәйле һуң? Страховка мәҙәниәтенең түбән булыуымы? Әллә страховкалау мөмкинлектәренә ышанмаумы?
 

Күп кенә ата-әсәләр страховка полисы балаларҙы күңелһеҙлектәрҙән һаҡлай алмай, тип фекер йөрөтә. Был, әлбиттә, дөрөҫ: страховка полисы фәрештә түгел инде ул. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, страховкалау һаҡланыу функцияһын башҡара. Страховкалауҙың мәғәнәһе күңелһеҙлектәрҙән аралау түгел, ә нимәлер булһа, финанс юғалтыуҙарға юл ҡуймау. Был осраҡта полис әгәр бала менән нимәлер була ҡалһа һәм дауаланыу талап ителһә, ғаиләне финанс проблемаларҙан яҡлай. Ата-әсәләр балаға медицина ярҙамы талап ителһә, уға финанс мөмкинлектәр табасаҡбыҙ, тип уйлай. Был да дөрөҫ. Тик беҙ барыбыҙ ҙа тотороҡлолоҡҡа ынтылабыҙ, беренсе сиратта был финанс өлкәгә ҡағыла, сөнки һәр кем ҡасан, нимәгә һәм күпме түләргә икәнлеген алдан планлаштыра. Ә бына планлаштырылмаған сығымдары өсөн уның страховка полисы булһа бигерәк тә һәйбәт. Физкультура дәресендә алған ябай ғына бер йәрәхәт тә оҙайлы дауалау һәм реабилитация талап итеүе ихтимал, ә был өҫтәмә сығымдарға илтә, күп осраҡта мәжбүри рәүештә баланы тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алырға тура килә, был да – финанс юғалтыу. Ошо проблемаларҙы хәл итеүгә страховка полисы ярҙамға килә лә инде.
 
Әлеге көндә стравховкалау баҙарындағы тәҡдимдәр юғары килемле ғаиләләргә генә түгел, аҙ килемле ғаиләләргә лә тәғәйенләнә. Ата-әсәләр страховка суммаһын мөмкинлектәренән сығып үҙҙәре билдәләй.
 
Уҡыусыларҙы бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалауҙың үҙенсәлеге – страховкалауҙың башҡа төрҙәренә ҡарата сағыштырмаса арзан булыуы һәм страховка хәүефтәренең күплеге. Бынан тыш, Росгосстрах компанияһы белгестәре документтар тултырыуҙы уңайлы итеү маҡсатында ата-әсәләр йыйылыштарына килеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә һәм кластың барлыҡ уҡыусыларын махсус шарттарҙа страховкалай ала. Әйткәндәй, быйыл страховкалауҙың яңы төрө – спорт менән шөғөлләнеүсе балаларҙы страховкалау ҙа бар.
 
Шуны ла әйтеп үтке килә: мәктәптәрҙә иң күп йәрәхәт алына – тәнәфес ваҡытында – 51 процент, физкультура дәресендә – 20 процент, экскурсия, поход, экспедиция ваҡытында – 14 процентҡа тиклем, дәрес ваҡытында 9 процентҡа тиклем. Юл-хәрәкәт йәрәхәтләнеүе 3-6 процент тәшкил итә. Имгәнеү 6 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар араһында бик юғары.
 
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.