11 сент. 2012 г.

“Күлтабан” МУП-ы: тәүге аҙымдар ышаныслы


Яңы ойошторолған предприятие уңышлы эш башланы

Алдынғы механизатор Әғзәм Мәүлетҡолов (уңда)
сәсеүсе Фәнил Ғәлин менән.
 

     Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Күлтабан ауылында заман талаптарына яуап бирерлек ҡеүәтле производство – 1280 баш малға иҫәпләнгән мегаферма төҙөлөшө башланғайны. Быйыл, ниһайәт, уның беренсе сиратын төҙөү эштәре тамамлана. Эре производствоның эшен координациялау маҡсатында бында “Күлтабан” МУП-ы ойошторолдо һәм районда тағы бер ҙур предприятие барлыҡҡа килде.     


     “Күлтабан” МУП-ы ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү буйынса махсуслаша. Яңы предприятиеға 5 мең гектарҙан ашыу элекке “Йылайыр” совхозының ерҙәре беркетелгән, киләһе йыл ул 9 мең гектарға барып етәсәк. Быйыл хужалыҡ 1873 гектарҙа иген культуралары һәм 2858 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәсеп, уларҙан йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алды. Иген культураларының гектар ҡеүәте уртаса 8 центнер тәшкил итеп, уларҙан 1339 тонна тулайым ашлыҡ йыйып алынған. 
     Әле хужалыҡ баҫыуҙарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. 760 гектарҙағы судан үләнен бесәнгә әҙерләү, һалам ташыу менән мәшғүлдәр. Бер үк ваҡытта төп страховка культураһы – ужым арышын сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша. Был культура бөтәһе 400 гектарҙы биләйәсәк, әле был эшкә “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалынан тәжрибәле механизатор Әғзәм Мәүлетҡоловтың “ДжонДир” сәсеү агрегаты йәлеп ителгән.
     – Мегаферма төҙөлөшөнөң беренсе сиратын төҙөү аҙағына яҡынлаша, – ти “Күлтабан” МУП-ы директоры Ф.Ф. Сәлимйәнов. – Ошо көндәрҙә һауыу ҡоролмаһын монтажлау эштәрен башлайбыҙ. Бының өсөн белгестәр киләсәк. Киләһе йылға инде 320 башҡа иҫәпләнгән һыйыр базаһын төҙөү, һыу үткәреү эштәре планлаштырылған. Ә объекттың тирә-яғын төҙөкләндереү, асфальт йәйеү тамамланды.
     Беҙҙең предприятие иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү, мал үрсетеү һәм һөт етештереү менән шөғөлләнәсәк. Әле мегафермаға тоҡомло мал индерелгәнгә ҡәҙәр беҙ быйыл уҡ үҙебеҙҙең ярҙамсы хужалыҡты сафҡа ебәреүҙе күҙ уңында тотабыҙ – 300 баш йәш һыйыр малы аҫрала башлаясаҡ. Бының өсөн элекке Күлтабан бүлексәһенең ике базаһын һатып алып, бөгөн унда ремонт эштәрен башлайбыҙ. Ферма биләмәһен яңынан кәртәләп алыу ҙа мотлаҡ.
     Киләһе миҙгелде тейешле кимәлдә ҡаршы алыу маҡсатында, 3,5 мең гектарҙа сәсеүгә етерлек иген культуралары орлоғо әҙерләп һалынды, фураж да тупланды. Бының өсөн, әлбиттә, ашлыҡ һаҡлау мәсьәләһен дә хәл итергә тура килде – 900 мең һумға ундағы тимер келәтте һатып алдыҡ. 
     Ғөмүмән, “Күлтабан” МУП-ы киләсәктә производствоһы һәр яҡлап үҫешкән муниципаль хужалыҡ буласаҡ. Районда тағы бер ҡеүәтле предприятиеның барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы һәм уның төбәк иҡтисадында ҙур роль уйнаясағы бәхәсһеҙ.
     Данлы тарихҡа, ҡеүәтле потенциалға эйә булған “Йылайыр” совхозының бөгөнгө яҙмышы һәр кемгә мәғлүм һәм уның бер бүлексәһе базаһында яңы предприятие булдырыу бик тә һөйөнөслө. “Күлтабан” МУП-ының йылайырҙарҙың матур традицияларын дауам итеренә өмөт ҙур. Әйткәндәй, яңы предприятие етәкселеге киләсәктә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы менән берлектә Урал аръяғы төбәге өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә лә үҙ өлөшөн индермәксе. Сөнки студенттарға производство практикаһын үтеү өсөн элекке ҡеүәтле хужалыҡ юҡ, был тәңгәлдә уҡыу йортона “Күлтабан” МУП-ы менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр ине...

      Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.