13 сент. 2012 г.

Баҫыу эштәре көндәлеге

     Районда ураҡ эштәре аҙағына яҡынлаша. Кисәге көнгә бөтәһе 43587 гектарҙа иген культуралары урып-һуғылған, 28377 тонна ашлыҡ йыйып алынған, гектар ҡеүәте 6,5 центнер. “Йылайыр”, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Рассвет”, “Таналыҡ”, “Богачевка”, “Баймаҡ-Новатор” хужалыҡтарынан тыш, башҡалар урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Атап үтелгән хужалыҡтарға тиҙ арала ураҡҡа нөктә ҡуйыу мотлаҡ.
 

     Ергә хужаларса ҡараш, уны эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү – уңыштың нигеҙе. Район етәкселеге тап ошо мәсьәләне айырым контролгә алды һәм һәр хужалыҡта кәмендә 40 процент ер эшкәртеү бурысы ҡуйылды. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-ларында, “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында, “Күлтабан” МУП-ы, “Толпар” ЯСЙ-һында был агротехник алымға етди иғтибар бүләләр. Башҡалар ҙа улар өлгөһөнә эйәрергә бурыслы.
 
     Страховка культураһы – ужым арышы сәсеү Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Күлтабан” МУП-ында яҡшы ойошторолған.
 
     Бер үк ваҡытта орлоҡ һалыу, уны таҙартыу һәм тикшереүгә күрһәтеү тураһында ла оноторға ярамай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.