13 сент. 2012 г.

КӨҘГӨ ВЕТЕРИНАР ЭШКӘРТЕҮҘӘР – МОТЛАҠ



     Сентябрҙә райондың ветеринария хеҙмәте малды йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көҙгө ветеринар эшкәртеүҙәрҙе башланы. Был иһә кампанияны тейешле кимәлдә үткәреү, мал хужаларын яңы талаптар менән таныштырыу, яҙғы ветэшкәртеүҙәге етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Мал эйәләре ветбелгестәрҙең талаптарына яуаплы ҡарарға тейеш.     

     Ветеринария врачтарын шәхси хужалыҡтарға саҡыртыу анализдарына ҡарағанда, шуларҙың 76-85 проценты йоғошло булмаған ауырыуҙарға тура килә. Иң беренсе сиратта малдың ярлы, сифатһыҙ һәм бер үк аҙыҡ менән туҡланыуы (күп осраҡта һалам менән), шул сәбәпле ябыҡ булыуы күҙгә ташлана. Мал аҫрау урынының санитария талаптарына яуап бирмәүе лә уның ныҡ йонсоуына килтерә. Билдәле булыуынса, йонсоған хайуан йоғошло һәм паразитар ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Шуның өсөн малды планлы ветэшкәртеүҙәргә алып килеү мотлаҡ, сөнки уның һаулығы яҡшы һәм сифатлы продукция алыуға, кешеләр сәләмәтлегенә лә йоғонто яһай. Беҙҙең районда һыйырҙарҙа лейкоз сире осрай, бындай йоғошло ауырыуы булған малдың һөтөн ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Шул уҡ ваҡытта бруцеллез, туберкулез, себер язваһы һәм эмкар кеүек йоғошло ауырыуҙар барлығы тураһында ла оноторға ярамай, сөнки уларҙы дауалап булмай тиерлек һәм улар кешегә йоғоуы менән хәүефле.
 
     БР-ҙың “Ветеринария тураһында”ғы Законының 17-се статьяһына ярашлы, малының һаулығы, уларҙы аҫрау һәм файҙаланыу өсөн хужалары яуаплы. Шулай уҡ хайуанды күсереү һәм һуйыуҙағы тейешле ветеринар-санитар талаптарҙы, малсылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм һатыу ҡағиҙәләрен үтәү; мал ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм уларҙы профилактикалау буйынса сараларҙы үтәгәндә белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу мотлаҡ.
 
   Шәхси хужалыҡҡа ветбелгестәрҙе саҡыртыуҙың 5-9 проценты паразитар ауырыуҙарға тура килә (ҡорсаңғы, гельминттар, уҡра, бет). Был ауырыуҙар мал аҫраусыларҙың ветеринар эшкәртеүҙәргә ҡул һелтәп ҡарауҙары арҡаһында күбәйә.
 
  Һыйыр малын көҙгө ветэшкәртеүҙәр ваҡытында хайуандан лейкозға, бруцеллезға тикшереү өсөн ҡан алыу, туберкулез сирен асыҡлау үткәрелә, йәш һыйыр малына (3 айҙан 4 йәшкә тиклемге) эмкарға ҡаршы вакцина эшләнә.
 
     Аттарҙан маңҡа, бруцеллез, ИнАн, тороҡтороу ауырыуҙарын тикшереү өсөн ҡан алына, себер язваһына ҡаршы вакцина эшләнә. Ваҡ малдан иһә бруцеллезға ҡан алынасаҡ, себер язваһына ҡаршы вакцина яһаласаҡ.
 
     Йоғошло һәм инвазион ауырыуҙарға ҡаршы сусҡаларҙы эшкәртеү уларҙың йәшенә һәм физиологик торошона бәйле, шуның өсөн һәр төркөмгә айырым ҡараш кәрәк. Сусҡаларҙы ветэшкәртеүҙәр түләүле нигеҙҙә (себер язваһына һәм сусҡаларҙың классик тағунына ҡаршы прививкаларҙан тыш) башҡарыла.
 
     Шул уҡ ваҡытта эттәр өсөн өҫтәмә рәүештә амбулатор кенәгә һәм паспорт биреләсәк, ул – түләүле.
 
   Шуны айырым билдәләп үтке килә: милекселектең бөтә формаларында аҫралған мал хужаларына, хайуанды ветэшкәртеү йәки тикшереү үткәрмәгән осраҡта, ветеринар-оҙатыу документтары бирелмәйәсәк.
 
     Мәжбүри рәүештә һуйылған йәки ветэшкәртеү үткәрелмәгән мал Баймаҡ төбәк ветлабораторияһында мотлаҡ тикшертелергә тейеш. Ветеринар документтар ҙа лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Бынан тыш, техник хәүефһеҙлек буйынса инструкцияға ярашлы, һыйыр бруцеллезға тикшерелмәгән осраҡта, ветврачтың мал быҙаулаған ваҡытта һәм сыуын һалмаған осраҡта ярҙамдан баш тартыуы ихтимал.
 
  Ветеринар һорауҙар буйынса 3-32-37, 3-32-38 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ.

     Р. СЫРЛЫБАЕВ, район-ҡала ветстанцияның эпизоотик бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.