26 сент. 2012 г.

Янғаҙы фермеры – ауылдың тотҡаһы


Үҙенең данлы тарихы, матур йолалары, арҙаҡлы шәхестәре, һоҡланғыс кешеләре менән билдәле булған Янғаҙы ауылы, урындағы бүлексә тарҡалыуға ҡарамаҫтан, үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй, шәхси эшҡыуарлыҡты, фермерлыҡ йүнәлешен үҫтерә. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Юлай Тимербулатов ошо ауылда ҡанат нығытҡан, уның социаль-иҡтисади тормошонда ҙур роль уйнаған арҙаҡлы егеттәрҙең береһе.

Юлай Усман улы ауылдағы мәктәпте, артабан Ҡарамалылағы урта мәктәпте тамамлай. Баймаҡтағы һөнәрселек училищеһында водитель һөнәре алып сыҡҡас, уҡыуын ул саҡтағы данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумында дауам итә. Башта Октябрь бүлексәһендә, һуңынан тыуған ауылында веттехник булып эшләй. Янғаҙы бүлексәһе тарҡалғас, бынан ике йыл элек фермер хужалығы ойоштора. Бына шул ваҡыттан алып Ю. Тимербулатов ауылдың иң уңған эшҡыуарҙарының береһенә әүерелә.

Уның крәҫтиән-фермер хужалығы ағас эшкәртеү, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары бу-йынса махсуслаша. Эшҡы-уарлыҡты уңған егет ағас эшкәртеүҙән башлап ебәрә. Таҡта материалдары-нан килгән табышҡа Юлай Усман улы әкренләп мал һатып ала, үҫемлекселеккә тотона. Бөгөн фермер 108 гектар ерендә иген культуралары сәсә, 134 гектарында бесән үҫтерә.
Белеүебеҙсә, малсылыҡ – ауыл хужалығы тармағының иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Ю.Тимербулатов хужалығында әле 40 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 13-өн һауын һыйырҙары, 2 тоҡом үгеҙе, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, мал һаны йылдан-йыл арта бара. Малсылыҡ йүнәлешен артабан үҫтереү маҡсатында уңған фермер, элекке Янғаҙы фермаһы биләмәһен арендаға алып, унда яңы база төҙөй. Быйыл унда мал индереү күҙ уңында тотола. Ҡышҡа етерлек ныҡлы мал аҙығы базаһы ла тупланған.
 
Юлай Усман улының бәләкәй предприятиеһы ҡеүәтле техник базаға эйә. Уның Т-150, МТЗ-80, Т-25 тракторҙары, ГАЗ-53 автомашинаһы ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығыу мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, башҡа ауыл хужалығы инвентары ла бар.
 
Күптән түгел Ю.Тимербулатов ғаилә һөтсөлөк фермалары республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыуға саҡырыу алды. Бөгөн ул кәрәкле документтар йыйыу менән мәшғүл. “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре әйтеүенсә, тиҙҙән Юлай Усман улы яңы проектта ҡатнашыу хоҡуғы аласаҡ. Белеүебеҙсә, был программа фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай, техника, мал, ҡоролмалар һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһы дәүләт тарафынан субсидиялана.
 
Фермер хужалығы социаль инфраструктураны үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Әле бәләкәй предприятиела 5 кеше эшләй, улар ваҡытында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала. Хеҙмәтсәндәрҙе бушлай ашатыу ойошторолған, эш хаҡы айына 6-7 мең һум тәшкил итә.
Юлай Усман улы – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Айгөл Рәүеф ҡыҙы менән 4 бала – 3 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.
 
Юлай Тимербулатов, Риф Барлыбаев һәм Зөфәр Аслаев кеүек уңған егеттәр барҙа, Янғаҙы үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалыр, данлы традицияларын дауам итер. Шулай булыр ҙа!
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.