5 сент. 2012 г.

Тәрбиә

Сағыу балҡыған ынйыҡайҙар

Күптән түгел йәмле Талҡаҫ күле янында урынлашҡан “Ирәндек ынйылары” исемле махсус лагерь үҙ эшен тамамланы. Райондың йәштәр бүлеге секторы менән берлектә төҙөлгән эш планы балаларҙың күңелле һәм файҙалы ял итеүенә йүнәлтелгән ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ижади мөмкинлектәрен, һәләттәрен һәр яҡлап асыу йәһәтенән төрлө конкурстар, күңелле осрашыуҙар, иҫтәлекле сәйәхәттәр ойошторолдо. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамай, “Орленок” дөйөм лагерь сараларында ла ҡатнашып, беҙҙең “Йондоҙҙар” отряды һынатманы.
 

Ял иткән урыныбыҙ янында урынлашҡан Танк тауы, Өс йөҙ баҫҡыс, Яланғас тауҙарының легендалары, уларҙың һәр береһенең үҙ ҡанундары булыуы, уны үтәү шарттары балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә Сибай ҡалаһындағы тирә-яҡты өйрәнеү музейына, карьерға барыу, Ҡуянтауҙағы «Баймаҡ» ҒПБ-һының башҡорт тоҡомло һәм спорт аттарын яҡындан күреү, уларҙың Башҡортостандағы, сит илдәрҙәге уңыштары хаҡында белеү, ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың аттарҙа һыбай йөрөүе, тәүге баш ҡалабыҙ Темәстәге музейҙа булыу балаларҙың күңелендә матур хәтирәләр булып ҡалғандыр. “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәк директоры Н.Ә. Ҡолмурзин, мәҙәниәт йорто методисы Лилиә Ишбаева, тарихты һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәмилә Әбсәләмоваларҙың балалар өсөн фәһемле осрашыу бүләк итеүҙәре лә бик оҡшаны. Тыуған ергә, туған телгә, тарихи шәхестәргә, яҡташ яҙыусыларға, халҡым йолаларына һөйөү тәрбиәләгән, һәр баланың күңелендә һеңеп ҡалырҙай милләт рухы ташып торған Темәс тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, һәләтле балалар үҙҙәренең йыр-моң күстәнәсен бүләк итте. А.Ишназаров, Ғ.Әхмәтов, Д.Каскиновтың моңло йырҙары, Р.Аҡҡусҡаров, Ф.Әфләтунов, З.Зөлҡәрнәевтың өҙә баҫып бейеүҙәре, Ильяс, Фәрүәз, Вилдан Ҡотоевтарҙың күңел түренән ағылған илаһи моңдары һәр саҡ көслө алҡыштарға күмелде. Ошондай башҡорт рухлы ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн төрлө саралар ойоштороуы вожатый Миләүшә Сыңғыҙоваға ла күңелле булды.
 
Эйе, ниндәй генә талант эйәһе юҡ ине бында! Ҡурайсылар, сәсәндәр, йырсылар, әкиәт оҫталары... Шуға күрә бар сараларҙа әүҙем ҡатнашып, һәр баланың талантын асырға, оҫталыҡтарын күрһәтергә мөмкинлектәр күп булды. Шулай шаулап-гөрләп балаларҙың ялдары күңелле үтеп китте. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡыҙҙар һәм малайҙарға лагерь бик оҡшаны, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалды. Балаларҙың ялын ойоштороуға күп көс һалған йәштәр комитеты секторы, мәғариф бүлеге, “Орленок” лагеры директорына, ашнаҡсыларға барыбыҙ исеменән рәхмәтемде еткерәм.
 
Лагерҙы ябыу тантанаһында “Тыуған яғым – Баймағым”, “Лагерҙағы иң күңелле көндәрем” темаһына яҙылған инша конкурсында еңеүселәр Ы.Ишбулатова (Баймаҡ ҡалаһы), С.Ласынова, Р.Иҙрисова (Кәрешкә), ә һүрәт төшөрөү буйынса  Г. Казарбаева (Кәрешкә), Ғ.Ғәлина, З.Зөлҡәрнәева, Р.Аҡҡусҡаров (Баймаҡ), Л.Иҙрисовалар билдәләнде.
 
Эйе, бала күңелендә киләсәккә өмөт сатҡылары уятып, ижади һәләттәрен дөрөҫ баһалау һәм йүнәлеш биреү, минеңсә, артабан да уңыштар яулау өсөн ҙур ынтылыш буласаҡ. Сөнки уларҙың һәр береһе – ижади шәхес, үҙе бер хазина. Әйтерһең дә, Ирәндек тауындағы саҡматаштар араһынан һайлап алынған гәрәбәләр, ынйылар. Киләсәктә лә Ирәндек ынйыһының бәҫен төшөрмәй, саф йөҙөгөҙҙө юғалтмай, тағы ла сағыуыраҡ балҡығыҙ, ҡәҙерле ынйыҡайҙар!  
 
Яңылбикә ВӘЛИШИНА,
Кәрешкә мәктәбе  уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.