26 сент. 2012 г.

Исемдәрендә ил тарихы


Тормош ҡыҙыҡ ҡоролған. Кеше донъяға ауаз һалғас та ҙурлап, хөрмәтләп исем ҡушалар. Был бәләкәс кенә йән эйәһенә оло өмөттәр менән бағалар, матур киләсәк юрайҙар. Ул кеше, бәлки, алдағы тормошонда ҙур китап яҙыр әле...
Һүҙем С.Мифтахов премияһы, “Башҡортостан” гәзите лауреаты, хеҙмәт ветераны, матбуғат аҡһаҡалдарының береһе булған Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшин тураһында.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ район үҙәк китапханаһында Салауат Хәбибрахман улының “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабының исем туйы булып үтте. Йыр-моң, яҡты хистәр менән һуғарылған был кисә Рауил Харрасов башҡарыуындағы “Йәнгүҙәй” йыры менән башланып китте. Артабан һүҙ авторҙың үҙенә бирелде. “Һуңғы йылдарҙа үҙемдең матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләргә һәм архив материалдарына таянып, колхоздың данлы үткәне һәм эшсән халҡы тураһында белешмә туплап, уларҙы китап итеп нәшер итеү тураһында уй тыуҙы. Бына, ниһайәт, уйым тормошҡа ашты. Бик күп күренекле шәхестәр, онотолоп барған хеҙмәт алдынғылары, ветерандар тураһында был китап. Һүҙ юҡ, әле асыҡланып, яҙылып бөтмәгән шәхестәребеҙ бар. Шуныһы ҡыуаныслы, был китапҡа ингәндәрҙең күбеһе миңә таныш һәм яҡын кешеләр”, – тине Салауат Хәбибрахман улы.

Китап геройҙары, уларҙың туғандары, дуҫ-иштәре, таныш һәм яҡын кешеләре – кисәнең төп ҡунаҡтары. Фрунзе Һиҙиәт улы Исрафилов, Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов, Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпова, Салауат Аҙнағолов, Марат Рамаҙан улы Билалов, Юлай Хәким улы Моратов, Рәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Рысмөхәмәтова, Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлин һәм башҡалар.
 
Китапты уҡыуы ғына еңел, ә бына ижад, нәшер итеү – энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң. Уны үҙ елкәһендә татып ҡараған кеше генә аңлайҙыр ул. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов китаптың ҡыҫҡаса нәшер ителеү тарихы менән таныштырып, уны энциклопедик ҡулланмаға тиңләне. Районда ғына түгел, республикала ла киң танылыу алған йырсы Флүрә Туйсина йыйылған ҡунаҡтарға моңло йырҙарын бүләк итте. Сибай ҡалаһынан килгән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов: “Беҙ сибайҙар баймаҡтарҙан көнләшәбеҙ. Һеҙҙә “Атайсал” клубы ойошторған ошондай күңел иретерлек, көс-дәрт өҫтәрлек кисәләр, осрашыуҙар үтә”, – тине һәм хәтирәләре менән дә уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы Гөлнур Латыпова: “Мин китапты оло бер тулҡынланыу менән уҡыным, бала сағым күҙ алдына килеп баҫты. Атайымды, әсәйемде һағынам”, – тине ирекһеҙҙән тамған күҙ йәштәрен һөртөп...
 
Эйе, ысынлап та, тормош сағылышын үҙ эсенә алған был китапты тулҡынланмай, уйланмай уҡыу мөмкин түгел. Халыҡ араһында төрлө-төрлө риүәйәттәр булып, телдән-телгә күсә килгән хикәйәттәр, Ғабдулла ишан Сәидиҙең тормош юлы тураһында ла айырым тасуирлап үтелгән.
 
“Арыҫлан йөрәкле кеше генә башҡаларҙы шулай маҡтап яҙа алалыр ул”, – тигәйне кисәлә ҡатнашыусыларҙың береһе. Хаҡ һүҙҙәр. Район үҙәк китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина Салауат Хәбибрахман улына Рәхмәт хаты тапшырып, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың һүҙҙәрен миҫалға килтерҙе: “Халыҡтың бөйөклөгөн һан яғынан ғына билдәләмәйҙәр”. Тормош ығы-зығыһынан өҫтөн булып, ошондай осрашыуҙарға йөрөгән, китаптар ижад иткән, уны йотлоғоп уҡыған уҡыусыларға һоҡланыуын белдерҙе.
 
Яҙмамды С.Мөхәмәтшиндың бер нәҫеренән килтерелгән өҙөк менән тамамлағым килә: “Атайҙарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың ауырлыҡтар менән һалған һуҡмаҡтағы оло эҙҙәрен киләсәктә юғалтмай, ышаныслы һаҡлау – беҙҙең изге бурыстарыбыҙҙың береһе ул”.

Эльмира Кейекҡужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.