26 сент. 2012 г.

Һаран һүҙле, йомшаҡ күңелле атайҙар...


Ата тәрбиәһе, малайҙарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләү... Һуңғы осор был мәсьәләгә бик ҙур иғтибар бирелә. Ошо көндәрҙә Өмөтбай мәктәбендә үткән сара ла бар кешелекте борсоған һорауҙарҙы үҙ эсенә алды. Мәғлүм булыуынса, районда барған башҡорт китаптары аҙналығында билдәле ижадсылар Рәмил Йәнбәк менән Әхмәр Үтәбай ҙа ҡатнашты. Өмөтбай мәктәбенә улар атай булараҡ та саҡырылды.

Шуныһы әһәмиәтле, мәктәп уҡыусыларының оҫта итеп шиғыр һөйләүенә, йыр-моңға сорналып үткән кисәгә күп бала тәрбиәләгән атайҙар, ауылдың абруйлы аҡһаҡалдары, ағайҙар саҡырылған ине.

Өмөтбай мәктәбе директоры И.Ә. Зәйнуллин ҡунаҡтарға: “Атайҙар, ғәҙәттә, һаран һүҙле, әммә йомшаҡ күңелле була. Ә һеҙ атайҙарығыҙҙан ниндәй тәрбиә алдығыҙ?” – тип һораны.
Әхмәр Үтәбай был һорауға: “Һәр халыҡтың бала тәрбиәләүҙә үҙ алымы барҙыр. Мәҫәлән, француздар: “Атай ҡулындағы ҡамсы дарҙан ҡотҡарыр”, – тип юҡҡа әйтмәгән. Башҡорт халҡында иһә әсәйҙәр баланы ата образы менән тәрбиәләгән. Беҙ бит йыш ҡына “атайың нимә тип әйтер”, “атайыңдан һора”, “атайың менән кәңәшләшәйем әле” һ.б. һүҙҙәрҙе ишетеп үҫтек. Ә атайҙарыбыҙҙың беҙҙе айырым ваҡыт табып, тәрбиәләп ултырғаны булмағандыр. Сөнки улар көндө төнгә ялғап эшләне. Шуға ҡарамаҫтан, атай абруйы бик көслө булды. Беҙ, мәҫәлән, атайыбыҙҙың аҡ сәсен ҡарау бәхете өсөн дә талаша инек”, – тип яуап бирҙе.
 
Рәмил Йәнбәктең был йәһәттән белдергән фекере лә кисәгә йыйылғандар өсөн уйланырлыҡ булып яңғыраны. “Хәҙерге заманда атай һәм әсәйҙәрҙең балаһын тәрбиәләргә ваҡыты бармы икән? Улар бит көнө буйы эштә. Унан ҡайтҡан арала кискеһен генә ата-әсә ниндәй тәрбиә биреп өлгөрә ала икән? Шуға күрә бала тәрбиәләүҙә ҡартатай-өләсәйҙәрҙең әһәмиәте бик ҙурҙыр, тип һанайым. Минең өсөн ейәнем менән ваҡыт үткәреү – иң бәхетле минуттарым. Башҡа ҡартатайҙар өсөн дә шулайҙыр. Ата-әсә өлгөрмәгән тәрбиә эшен оло быуын бирһә, беҙ телебеҙҙе лә, мәҙәниәтебеҙҙе лә һаҡлап ҡаласаҡбыҙ”, – тине.
 
Билдәле композитор Вилүр Мәүлетов: “Ысынлап та,  атайҙарыбыҙҙың беҙҙе тәрбиәләү өсөн айырым ваҡыт бүлә алғанын хәтерләмәйем. Сөнки улар иңендә ауыр заман һынауҙары, илгә хеҙмәт ятты. Атайҙарыбыҙ беҙҙе үҙенең күркәм һәм ҡырыҫ холҡо, лайыҡлы йәшәүе менән тәрбиәләне. Атайыбыҙҙың нисек кенә арыуына ҡарамаҫтан, төндәрен гәзит-журнал, китаптарҙы йотлоғоп уҡыуын хәтерләйем. Хәҙер бит бала тәрбиәләүҙә мөһим булған мәҡәләләрҙе шул уҡ өлгөлө ғаиләләр генә уҡый”, – тине.
 
Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе Рәфҡәт Ғәлимйән улы Дауытов та үҙен борсоған проблема менән уртаҡлашты. “Әлбиттә, бала ғаиләлә тәрбиәләнә. Шулай ҙа уға ниндәй йәмғиәттә йәшәүе лә ныҡ тәьҫир итә. Мин балаларым, ейәндәрем менән бергә телевизор ҡарай алмайым. Сөнки унда көндөҙ ҙә теләһә нәмә күрһәтәләр. Оятсылыҡ менән телевизор ҙа, Интернет та тулған. Шундай ваҡытта баланы әҙәпле, әхлаҡлы итеп тәрбиәләү тураһында әйтеп буламы икән? Шуға күрә һәр ата-әсә, ҡартатай-өләсәй балаларына иғтибар бүлергә тейеш”, – тине.         
Кисәлә хәҙерге ваҡытта киҫкен торған мәсьәлә – әрмегә барыу проблемаһы ла күтәрелде. Ысынлап та, йәш һалдаттарҙың төрлө һынауҙарға дусар булыуы, бабайҙарҙан туҡмалыуы, хатта һәләк булыуы халыҡта әрмегә ҡырҡа кире ҡараш тыуҙырҙы. Был йәһәттән күптәр “егеттәр Ватанға хеҙмәт итергә тейеш” тип белдерҙе. Сөнки был тик ир-егеттәр үтә торған мәктәп булыуы, унда ике йыл эсендә егерме йыллыҡ тәрбиә алыу, сынығыу һәм нығыу мәктәбен үтеү мөһимлеге тураһында фекерҙәр яңғыраны.
 
Район китапханаһы директоры Л.Ҡ. Дәүләтшина шиғыр һөйләүселәр конкурсында әүҙем ҡатнашҡан 10-сы класс уҡыусыһы Зөлхизә Мәсәлимоваға Почет грамотаһы тапшырҙы. Рәмил Йәнбәктең “Тик һиңә табынам” шиғыры йыр булып яңғырауы һәр кем өсөн һөйөнөслө яңылыҡ булды. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсинә Тәлғәт ҡыҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Шағир көй яҙған Вилүр Мәүлетовҡа оло рәхмәтен белдерҙе. Китапханасы Әнүзә Мәжитова хәҙерге ваҡытта ла мөғжизәләр булыуын белдерҙе һәм: “Мин атайҙарға ошо тылсымлы таяҡты ебәрәм. Уны ҡулығыҙға алып, иң изге теләктәрегеҙҙе әйтеүегеҙҙе үтенәм”, – тине.
Сараға йыйылған атайҙарҙың уй-хыялдары, уларҙың йәшәү рәүеше кеүек матур ҙа, хисле лә булып сыҡты.
 
Эйе, И.Ә. Зәйнуллиндың: “Һәр кис һәр кем үҙ дәүләтенә – үҙ ғаиләһенә ашыға. Ошо бәләкәй дәүләттәр ныҡ, татыу, матур булһа, илебеҙҙең дә көс-ҡеүәте була. Шуға күрә үҙ дәүләтенең хужаһы булған атайҙар балаларына үрнәк, ныҡлы терәк, бар булмышы менән тормош өлгөһө булып йәшәргә тейеш”, – тигән һүҙҙәре һәр ата өсөн ғүмерлек аҡыл булһын ине.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: осрашыуҙа матур шиғырҙар яңғыраны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.