16 сент. 2012 г.

ҺАҠМАРҘЫҢ ДАНЛЫ ҠЫҘЫ

    
     Элекке “Һәүәнәк” совхозына ҡараған Һаҡмар ауылынан (Ҡаҡтуғай) ауыл хужалығы өлкәһендә районда ғына түгел, республикаға, илгә даны таралған бихисап малсылар, игенселәр үҫеп сыҡҡан. Шулар араһынан һауынсылар: Социалистик Хеҙмәт Геройы Фира Ниғмәтуллина, Ленин ордены кавалеры Сәхипъямал Вәлиева, Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булыусы Мәнзирә Юламанова, малсы, Ленин орденлы Зәкир Байраҡаев, һауынсы, СССР Юғары Советы депутаты Мәҙинә Кираметдинова, игенселәр Мөхәмәт Кираметдинов, Рауил Ҡотлоғолов, Абрал Алтынғужин, Вәкил Низамов һ.б. бик күптәр бар.
    
     Ошо көндәрҙә беҙгә Темәс ауыл Советы биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Фрунзе Исрафилов менән үҙенең 85 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән данлыҡлы һауынсы Мәрйәм Борхан ҡыҙы Иҫәнбаева менән осрашып, әңгәмә ҡорорға насип булды.
     Әллә ни ҙур булмаған, ыҡсым ғына йыйыштырылған йортҡа инәбеҙ. Беҙҙе кәүҙәгә урта буйлы, теремек, алсаҡ йөҙлө апайыбыҙ ҡаршы алды ла, түрҙән урын тәҡдим итте. Ошо ауылда тыуып үҫеп, бар ғүмерен тыуған совхозын үҫтереүгә арнаған ил инәһен заман ауырлыҡтары һис тә бөгә алмаған. Уға һис тә һикһән биш йәште биреп булмай (күҙ теймәһен).

     ...Ун биш йәше тулыр-тулмаҫтан бәләкәй генә кәүҙәле ҡыҙыҡай фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә килә. Бына шулай итеп уның хеҙмәт биографияһы башлана ла инде. Дүрт йылға яҡын быҙау ҡараусы булып эшләп, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән ҡыҙҙы фермаға иң беренселәрҙән булып һауынсы итеп эшкә алалар. Был 50-се йылдарҙың баштарында була. Бына шул дәүерҙән алып хаҡлы ялға киткәнгә тиклем, сирек быуаттан ашыу, утыҙ ике йыл буйы Мәрйәм апай ферманың алмаштырғыһыҙ һауынсыларының береһе була. Кемдәрҙе генә эшкә өйрәтмәне лә, кемдәр менән генә эшләргә яҙманы уға! Коллективта оло абруй менән файҙаланды ул. Тап шул дәүерҙә партия сафына инде. Шуға күрә алдынғы һауынсыға икеләтә энергия менән эшләргә, башҡаларға үрнәк булырға тура килде. Совхоздың партия комитеты ағзаһы булыу ҙа уға күп яуаплылыҡ өҫтәне. Быларҙың барыһына ла ул үҙенең фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте менән яуап бирҙе. Етмешенсе йылдарҙа үҙе тәрбиәләгән фураждағы һәр һыйырҙан 4000 кг ашыу һөт һауып алыуға өлгәшә. Был совхозда иң юғары күрһәткес ине. Хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Мәрйәм Борхан ҡыҙы һауынсыларҙан тәүгеләрҙән булып дәүләтебеҙҙең юғары наградаһына – Октябрь революцияһы орденына лайыҡ була, КПСС Өлкә комитетының пленум ағзаһы итеп һайлана.
 
     М.Иҫәнбаева үҙенең хеҙмәт бейеклектәрен арттыра барып, һәр һыйырҙан 4120 кг һөт һауып алыуға ирешә. Район ауыл хужалығы алдынғылары кәңәшмәләрендә уның исеме һәр саҡ өлгө итеп ҡуйылды. Ә 1973 йылда уға илдең иң юғары наградаһы – Ленин ордены тапшырыла.
 
     Эшенән йәм дә, дәрт тә табып, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәне Мәрйәм Борхан ҡыҙы. Совхоз дирекцияһы уны оло хөрмәт менән хаҡлы ялға оҙата. Шулай ҙа ул һауынсы эшенән ситләшергә ашыҡманы, эшен дауам итте. Әммә иртә йәштән хеҙмәт йөгөн үҙ иңендә күтәргән организм уға артабан эшләргә ҡамасауланы. Шулай ҙа ферма юлын онотманы, йыш ҡына үҙе менән бергә эшләгән иптәштәре янына бара торған булды.
 
     Бына уның яратҡан эшен ҡалдырыуына ла быйыл теүәл сирек быуат. Үҙ көсө менән төҙөткән йорто ла Мәрйәм апай менән бергә “ҡартайып” килә. Үкенескә күрә, ҡасандыр шөһрәт ҡаҙанған хеҙмәт батырҙарының исеме һирәгәйә бара. Бөгөн ана шуларҙың береһе – Ленин, Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәләренә лайыҡ булған хеҙмәт ҡаһарманы Мәрйәм Борхан ҡыҙы Иҫәнбаева тураһында бер кәлимә һүҙ алып барҙыҡ. Совхоз юҡҡа сыҡһа ла, алдынғы һауынсыны Темәс ауыл биләмәһе онотмай, йәшәгән йортона бер аҙ булһа ла ремонт эшләтһә, насар булмаҫ ине. Урындағы мәктәп дирекцияһы ла ветеранды күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгел.
 
     Мине шуныһы ҡыуандырҙы. Тап үҙе йәшәгән ыҡсым, күркәм генә урамға үҙе иҫән саҡта Мәрйәм Иҫәнбаева исеме бирелеүе данлыҡлы һауынсының эшенә оло баһа булып тора.
 
     Салауат МӨХӘМӘТШИН.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.