5 сент. 2012 г.

Беҙҙең интервью

Данлы юлдар буйлап

 Тәфтизан Миңлеғоловтың ҡәберенә тыуған тупрағы һалынды
 

Бөйөк Ватан һуғышы, уның ҡанлы ла, данлы ла йылдары тарих төпкөлөндә ҡала барһа ла, халҡыбыҙ бәхете өсөн башын һалған ҡаһарман һалдаттарыбыҙ онотолмай. Эҙәрмәндәр төркөмдәре яугирҙарҙың һәләк булған урынын табып, уларҙы ерләүҙе ойоштора, музейҙар асыла.
 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлдары буйынса ойошторолған автоуҙышта Муллаҡайҙа йәшәгән Һылыубикә Миҙхәт ҡыҙы Миңлеғолова ла ҡатнаша. Ул акцияны ойоштороусыларға үҙенең олатаһы Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың ерләнгән урынына барыу теләген белдерә.
 
Тәфтизан Таһир улының 11 йәше тулғанда атаһы мәрхүм булып ҡалыу сәбәпле, һеңлеләре менән бәләкәй Миҙхәтте (Һылыубикәнең атаһы) тәрбиәләү уның өҫтөнә төшөүе билдәле. Шуға күрә Һылыубикә бала саҡтан үҙенең ниндәй данлыҡлы батырҙың туғаны икәнен белеп, ғорурланып үҫә, уның ҡәберлеген барып күреү хыялы менән йәшәй.
 
“Яугирҙарға бағышланған автоуҙыш юғары кимәлдә ойошторолғайны. Белоруссияға килеп еткәс, тулҡынланыуымдың иге-сиге булманы. Беҙҙе милли кейемдәге белорустар икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Тәфтизан Миңлеғолов Брагин районы, Галки ауылының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Шуныһы һоҡландырҙы, бында ҡәберлекте таҙа, матур итеп тоталар, тәрбиәләгәндәре һиҙелеп тора. Батырҙың һәләк булыуына 68 йыл үткәс, мин беренсе булып, уның ҡәберенә тыуған Баймаҡ яғының тупрағын һалдым”, – тине Һылыубикә Миҙхәт ҡыҙы.
 
Артабан автоуҙыш Украинаға юл ала. Бында данлыҡлы Шайморатов генералдың ҡәберенә сәскә һалыу, тантаналы митинг үткәрелә.
 
Тарихи яҡтан әһәмиәткә эйә булған сарала ҡатнашҡан Һылыубикә Миңлеғолова автоуҙыштан йөрәкһеп, яңы уй-хыялдар менән ҡайта. “Миңә ярҙам күрһәткән бар кешеләргә, район хакимиәтенә оло рәхмәтемде еткерәм. Сөнки минең бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Шуны ла билдәләп үткем килә, хәҙерге ваҡытта Советтар Союзы Геройы Т.Т. Миңлеғолов йәшәгән йорт ташландыҡ хәлдә. Унда ҡаһарман яугирыбыҙға арналған музей асырға кәрәк тигән фекерҙәмен”, – ти Һылыубикә Миңлеғолова.
 
Эйе, беҙҙе фашизм ҡоллоғонан йолоп ҡалған, һәр һулышын Ватаны өсөн биргән батырҙарыбыҙ тураһында хәтирәләр халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә һаҡланыр.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Һүрәттә: онотолмаҫ сәфәр мәле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.