23 сент. 2012 г.

Егәрленең эше уң


Август айында ҡалабыҙ уртаһында, йәғни һалым инспекцияһы урынлашҡан бина янында, 1-се ветеринар аптека асылғайны. Күп ҡатлы йорттоң тәүге ҡатында урынлашҡан аптека эргә-тирәһенең төҙөк булыуы һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бөтә талаптарға ярашлы махсус пандус ҡуйылыуы менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә.

Был ветеринар аптеканы асыусы шәхси эшҡыуар Лиана Мастерова менән һөйләшәбеҙ. “Ҡалала беҙ иң тәүгеләрҙән булып 2003 йылда ветеринар аптека асҡайныҡ. Ул элекке ТРУ бинаһында ине. Үҙем һөнәрем буйынса ветврач булғанғалыр, эшем бик оҡшай. Малға, ҡош-ҡортҡа төрлө дарыу препараттары һатыу ғына түгел, һатып алыусылар малдың һ.б. ауырыу билдәләрен әйтһә, ниндәй препарат ҡулланырға кәрәклеген дә кәңәш итә алам”, – ти Лиана Аркадьевна.
Әлеге мәлдә бында дарыуҙар, витаминдар, махсус ем, декоратив әйберҙәр, аквариумдар һ.б. һатып алырға мөмкин. Быға тиклем тауарҙы эре ҡалаларҙан, күп осраҡта Орск ҡалаһынан үҙҙәренә ташырға тура килһә, хәҙер баҙар системаһының үҫеше һөҙөмтәһе булған тауар ташыусылар менән эшләйҙәр.

1993 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған Лиана Аркадьевна районыбыҙҙың ветеринар станцияһында аптека мөдире, аҙаҡ 12 йыл ветеринар лабораторияла врач-гематолог булып эшләгән. “Үҙебеҙ көткән малға ҡарата хәстәрлекле булырға, уларҙы ваҡытында дауаларға тейешбеҙ. Беҙ райондың ветеринар хеҙмәттәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ветеринар именлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тип уйлайым. Яратҡан эш кәрәкле һәм файҙалы булһа ғына ҡыуаныстар килтерә”, – ти ул.
Егәрле эшҡыуарға артабан да уңыштар, ғаилә именлеге, хыялдарының тормошҡа ашыуын ғына теләйһе ҡала.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.