17 сент. 2012 г.

Пенсия реформалары – берҙәм эшләү һөҙөмтәһе


Уҙған шаршамбыла Волга буйы федераль округындағы Рәсәй Пенсия фонды идаралығы начальнигы В.П. Бабакаев һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе идарасыһы Ф.Ғ. Хантимеров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды. Уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.
 

Сәфәрҙең маҡсаты – төбәктә пенсия менән тәьмин итеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән танышыу, пенсия, башҡа түләүҙәр тәғәйенләү һәм уларҙы түләү өлкәһендәге проблемаларҙы асыҡлау, тәҡдимдәрҙе өйрәнеү һәм уларға ярашлы яңы ҡануниәт проекттары әҙерләү.
 
Әлеге ваҡытта Пенсия фонды идаралығында бөтә мәғлүмәттәр ҙә электрон базаға туплана. Башҡортостан бүлексәһе белгестәре тарафынан эшләнгән һәм 2010 йылдан ғәмәлгә ингән АСВ Инфо-УФА программаһы идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре эшен күпкә еңелләштергән. Сәфәр сиктәрендә Виктор Бабакаевҡа, Фуат Хантимеровҡа һ.б. Пенсия фонды идаралығының клиенттар залында әлеге мәлдә ҡулланылған махсус программа-техник комплекстары (“Клиент хеҙмәте”, Пенсия документацияһы менән идара итеү”, “Эшҡыуарҙың шәхси кабинеты”) демонстрацияланды.
 
Пенсия фонды идаралығы начальнигы Р.В. Мараканова әйтеүенсә, килгән ҡунаҡтар идаралыҡтағы эш барышы һәм шарттары менән ҡәнәғәт ҡалған. “Идаралыҡ, бүлексә етәкселәренә үҙебеҙҙең теләк-тәҡдимдәрҙе лә еткерҙек. Етәкселектең эшмәкәрлегебеҙ, яңы алымдар ҡулланыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныуы, хеҙмәткәрҙәр тураһында хәстәрлек күреүе беҙгә тағы ла көс-ҡеүәт, дәрт һәм яуаплылыҡ ҡына өҫтәй”, – ти Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы.
 
Ысынлап та, урындағы Пенсия фонды идаралығында эш тейешле кимәлдә ойошторолған. Бында бөтәһе 46 хеҙмәткәр эшләй. Идаралыҡҡа көнөнә 170 тирәһе кеше мөрәжәғәт итә. 2012 йылдан башлап халыҡты алдан яҙылыу буйынса ҡабул итеү, алдан бирелгән заказ буйынса тейешле документтар әҙерләү яйға һалынған.
 
БР буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе идарасыһы Ф.Ғ. Хантимеров бер уңайҙан тап шул көндө үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләүсе Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәре, пенсия тәғәйенләү буйынса белгес Нәсимә Бураншинаны тәбрикләне, уға бүлексәнең Почет грамотаһын тапшырҙы.
 
Районыбыҙға сәфәр барышында Виктор Бабакаев беҙҙең республика буйынса Пенсия фонды бүлексәһе яңы эш алымдары индереп эшләү һөҙөмтәһе буйынса Волга буйы округында ғына түгел, бөтә ил күләмендә лидер булып тора, тип билдәләне.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.