16 сент. 2012 г.

Эстафета дауам итә

    
     1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап район буйынса үткәрелгән  эстафета дауам итә. 3 сентябрҙә Әхмәр ауылы делегацияһы эстафета альбомын тапшырыу ниәте менән Сосновка  ауылына килде. Ҡунаҡтарҙы ауыл клубында фольклор төркөмө йыр-бейеү, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ауыл китапханаһы һәм клуб менән танышҡандан һуң ҡунаҡтар мәктәпте ҡараны. Улар бында иң тәүҙә музейҙа булды. Музей етәксеһе Зәлифә Хәйри ҡыҙы Ҡаһарманова үҙҙәренең данлыҡлы ауылдашы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхинға арналған бүлек менән таныштырып, арҙаҡлы  яҡташыбыҙҙың тормош һәм хеҙмәт юлы, ғаиләһе, ҡаҙаныштары тураһында ентекләп һөйләне. Геройҙың тормош юлдашы Вәлимә апай Яхина ла үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Мәктәп музейында фиҙаҡәр хеҙмәте менән Баймаҡ данын күтәреүсе яҡташыбыҙҙың шәжәрәһе, фотолары, шәхси әйберҙәре, наградалары бергә тупланып ҡуйылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
 

     Музейҙың икенсе бүлегендә ата-бабаларыбыҙҙың тормошон сағылдырған көнкүреш әйберҙәре, милли кейем өлгөләре урынлаштырылған. Хәҙерге ваҡытта һирәк осраған был ҡомартҡыларҙы, ауыл тарихын тергеҙгән стендтарҙы ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты. Музей экспонаттарын бөртөкләп йыйып, ҡәҙерләп һаҡлаусы З.Х.Ҡаһарманованың  изге эше тик маҡтауға лайыҡ. Тик бөтә был материалдарҙың бәләкәй генә бүлмәләрҙә тығыҙлап урынлаштырылыуы ғына күңелде әрнетте.
 
     1812 йылғы Ватан һуғышына арналған эстафетаның төп өлөшө Сосновка мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары, “Атайсал” клубы ағзалары ҡатнашлығында үтте. Сараны ауыл китапханасыһы Р.М. Әхмәтйәнова йәнле итеп алып барҙы. Иң тәүҙә ул ауылдың бөгөнгө хәле тураһында һөйләне. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре З.Х. Ҡаһарманова  ауылдың тарихы менән таныштырҙы. Сосновканың 1929 йылда, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү ваҡытында барлыҡҡа килгән райондың, сағыштырмаса, йәш ауылдарының береһе булыуына ҡарамаҫтан, бик күп хеҙмәт алдынғылары менән дан тотоуы тураһында әйтеп китте. Ҡунаҡтарға яңыраҡ ҡына ойошторолған фольклор ансамбле үҙҙәре сығарған  таҡмаҡтарын, мәғариф ветераны Алһыу Ғүмәр ҡыҙы Мәхмүтова «Шәл бәйләнем» бейеүен бүләк итте. Тарих уҡытыусыһы Г.Н. Буранбаева ойошторған “Аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар” уйыны ла 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап үткәрелде.
 
     Әхмәр ауылы “Атайсал” клубы рәйесе Ирек Имаметдин улы Кәримов үҙенең сығышында 300 йыллыҡ тарихлы Әхмәр ауылының үткәне тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе. Уҡытыусыһы Земфира Һиммәт ҡыҙы Кәримованың сығышы ла бик фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Шулай уҡ Әхмәр клубы хеҙмәткәре Гөлназ Аҡназарова һәм бәйет, мөнәжәттәр оҫтаһы Айһылыу апай Харрасованың йырҙары сараға йәм өҫтәне. Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Садыҡ Хөснияр улы Шәғәлин шундай бай йөкмәткеле сығыштары өсөн әхмәрҙәргә рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Л.Ҡ.Дәүләтшина ошондай сараларҙың әһәмиәте тураһында әйтеп китте.
 
     Ысынлап та, эстафета үткән һәр ауылда яңы тарих биттәре, әлегә тиклем билдәле булмаған исемдәр асылыуы, районыбыҙ тарихына яңы мәғлүмәттәр өҫтәлеүе ҡыуаныслы.
 
     Р. ЙӘНТҮРИНА,
     район китапханасыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.