23 сент. 2012 г.

Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалманы


Өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлау көнө яҡынлашҡан һайын уға әҙерлек эштәре лә ҡыҙа бара. Мөһим сара алдынан бурыстарҙы билдәләү, башҡарылған эштәрҙе барлау, алдағы көндәргә эш планын аныҡлау маҡсатында 20 сентябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә һайлауҙы ойоштороусылар һәм район активы ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов алып барҙы.

Тәүҙә территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов сығыш яһаны. Ул мөһим сараны федераль һәм республика ҡануниәтенә ярашлы үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, алдағы һайлауҙың үҙенсәлектәре, уны ойоштороу мәсьәләләре, граждандарҙың һайлау хоҡуҡтары, һайлауҙы ойоштороусыларҙың бурыстары һ.б. тураһында һөйләне. Шулай уҡ теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт бирҙе. “14 октябрҙә үтәсәк һайлау өсөн урындағы бюджеттан 1 миллион 415 мең һум аҡса бүленде. Районыбыҙ биләмәһендә бөтәһе 80 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Ҡалала 992-се (3-сө мәктәп) һәм 998-се (1-се мәктәп) һайлау участкаларында КОИБ-тар (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары) эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссиялары рәйестәре тәғәйенләнде, һайлаусылар исемлектәре аныҡлана. Һайлауҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн киң мәғлүмәт саралары менән берлектә эш алып барыла. Һайлау мәлендә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыумаһын өсөн хәҙерҙән саралар күреү зарур. Янғын хәүефһеҙлеге, энергия ресурстары менән тәьмин итеү, тауыш биреү биналарын биҙәү, тәүге тапҡыр һайлаусылар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән эшләү, участка һайлау комиссияларының эш графигын билдәләү кеүек бер мәсьәлә лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел”, – тине ул.

Артабан участка һайлау комиссияларының һәм мәғлүмәт төркөмдәренең эшен ойоштороу тураһында муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны. Ул тәүҙә ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле М.В. Бабич менән уҙған осрашыу тураһында һөйләне. “Районыбыҙҙың иҡтисади үҫешен яҡшыртыу 14 октябрҙә һайланасаҡ депутаттар корпусының эшенә бәйле. Шуға ла ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәү һайлауҙы уңышлы үткәреүгә булышлыҡ итәсәк”, – тине Радмир Зөбәйер улы. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә һайлаусыларға саҡырыу ҡағыҙҙары таратыласаҡ, башҡарылған эштәр тураһында урындарҙағы участка һайлау комиссиялары 3 һәм 10 октябрҙә территориаль һайлау комиссияһына отчет бирәсәк.
 
Кәңәшмәлә телефон бәйләнеше менән тәьмин итеү тураһында район элемтә үҙәге начальнигы А.М. Ҡадыров, һайлау көнөндә һәм уға әҙерлек ваҡытында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында Баймаҡ полицияһы начальнигы урынбаҫары Ф.Ә. Моратов, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү тураһында янғын күҙәтеүе буйынса баш инспектор И.И. Әбүбәкиров, участка һайлау комиссияларының хәл иткес тауышҡа эйә булыусы ағзаларын тәғәйенләү тураһында хакимиәттең эштәр идарасыһы Р.Ф. Иҫәнбаев сығыш яһаны.
 
Аҙаҡтан муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һайлауҙы тейешле кимәлдә үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, был тәңгәлдә район активының эшмәкәрлеген билдәләп, бөтә район халҡын һайлауҙа әүҙем булырға саҡырҙы. Шулай уҡ кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы хакимиәт тарафынан әле башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.