23 сент. 2012 г.

Ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһы тормошҡа ашырыла


Билдәле булыуынса, былтыр республикала “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһы ҡабул ителгәйне. Яңы проектты тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙең районда ла маҡсатлы эш алып барылды һәм унда 10 фермер ҡатнашырға теләк белдергәйне.

Әйтергә кәрәк, яңы проектта үҙен һынап ҡарарға теләүсе фермерҙарҙың күбеһе кәрәкле документтары тейешле тәртиптә булмауы арҡаһында унда ҡатнашыуҙан төшөп ҡалырға мәжбүр булды. Бөгөн райондан Һаҡмар ауылынан Радик Бикастан улы Арғынбаев һәм Сыңғыҙҙан Нияз Рәжәп улы Уразбаев ҡына “программала ҡатнашыусы” статусы алды. Тиҙҙән был исемлеккә Янғаҙы ауылынан билдәле фермер Юлай Усман улы Тимербулатов та өҫтәләсәк.

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә район башлығы урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә программаның урында тормошҡа ашырылыу барышы көн үҙәгенә сығарылды. Унда проектта ҡатнашыусылар, ауыл хужалығы бүлеге, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
 
Үҙенең сығышында Рәил Риф улы ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһында ҡатнашыусыларҙан урындарҙағы хәлдәрҙе һорашты һәм, төҙөлөш эштәрен тиҙерәк тамамлап, мал индереү хәстәрен күрергә кәрәк, тип билдәләне. Әйтергә кәрәк, әле Нияз Уразбаев Сыңғыҙҙа 50 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән ферма төҙөй, унда эштәр аҙағына яҡынлаша. Нияз Рәжәп улы әйтеүенсә, быйыл яңы малсылыҡ базаһына мал индереү күҙ уңында тотола. Һыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән, тиҙҙән һөт һауыу аппараттары һатып алынасаҡ. Мал аҙығы ла әҙерләнә – бөгөнгә 35 тонна бесән, 35 тонна һалам, 50 тонна фураж һалынған. Фермер шулай уҡ МТЗ тракторы, пресс-йыйғыс, һөт һыуытыу ҡоролмаһы һатып алыуҙы ла күҙ уңында тота.
 
Янғаҙынан Юлай Тимербулатов бик уңышлы эш башлаған һәм үҙенең хужалығын перспектив йүнәлештә үҫтереүгә күп көс һалған фермерҙарҙың береһе. Юлай Усман улы ойошторған крәҫтиән-фермер хужалығы ауылдың тотҡаһы булып тора, уның социаль-иҡтисади тормошонда ҙур роль уйнай. Фермер хужалығы малсылыҡ, игенселек һәм ағас эшкәртеү тармаҡтары буйынса махсуслашҡан. Ю.Тимербулатов әле, элекке Янғаҙы бүлексәһе фермаһы биләмәһен арендаға алып, унда яңы малсылыҡ базаһы төҙөй. Уңған эшҡыуарҙың 40 баш самаһы һыйыр малы бар, быйыл уларҙы яңы ҡураға индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Тағы ла мал һатып алырға мөмкинлеге бар.
 
Ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһында ҡатнашыу өсөн Юлай Усман улы документтар әҙерләү менән мәшғүл. Тиҙҙән ул да программала ҡатнашыусы статусы аласаҡ. 
Яңы проектҡа ярашлы, техника, ҡоролмалар һәм мал һатып алыу өсөн түгелгән сығымдарҙың 50 проценты фермерға субсидия рәүешендә кире ҡайтарыласаҡ. Тимәк, программала ҡатнашыу үҙен һәр яҡлап аҡларға тейеш. Ғөмүмән, барыһы ла үҙебеҙҙән тора.
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.