23 сент. 2012 г.

“Маҡсатыбыҙ – патриотик тәрбиә биреү...”


Илдә тыныслыҡ булған саҡта уйламаған, күҙ алдына ла килтерә алмаған һуғышҡа барып инеү 18 йәшлек егеттәр өсөн яҙмыштың рәхимһеҙ һынауы булғандыр. Тән яралары алып, күңеле мәңгегә ҡаҡшап ҡайтҡан һалдаттар тураһында уйлаһаң – күңел әрней. Ә тормошо әле башланған мәлдә генә һәләк булыусылар уңалмаҫ йөрәк яраһы булып ҡалды. Шуға күрә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың йыйылышы ла тыныс ваҡытта һәләк булған иптәштәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
4-се мәктәптә үткән сараға Афғанстан, Төньяҡ Кавказ һ.б. локаль һуғышта ҡатнашҡан ир-егеттәр йыйылды. Уларҙы мәктәп уҡыусылары тәбрикләп, йыр-моң, күңелле бейеү бүләк итте.

Хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов: “Беҙҙең районда 748 яугир йәшәй. Дүрт иптәшебеҙ – Афғанстан, 13-ө – Төньяҡ Кавказ, мичман Фәнис Ишморатов һыу аҫты кәмәһендә һәләк булды. Яуҙан ғәрип булып ҡайтыусылар ҙа бар. Шуға күрә  проблемаларыбыҙҙы уртаға һалып һөйләшеү, уларҙы хәл итеү өсөн хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың советы булдырылды. Республикала ошо йүнәлештә эшләгән 4 берекмә бар. Беҙгә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Ер участкаһы бүлеү, пенсия тәғәйенләү, ағас алыу кеүек проблемаларҙы бергә-бергә хәл итергә тырышабыҙ. Бынан тыш яугирҙар төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Күмертау, Ғафури, Ауырғазы, Өфөлә үткән конкурстарҙа көс һынаштыҡ. Әлбиттә, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү. Шуға күрә мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, район музейында хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың мөйөшө булдырылған. Уны киңәйтеү, яңы мәғлүмәттәр туплау мөһим. Бының өсөн һеҙҙән әүҙемлек көтәбеҙ”, – тип һөйләп үтте.
 
Артабан яугирҙар үҙҙәрен борсоған проблемалар менән уртаҡлашты, уны хәл итеү юлдарын эҙләне. Йышыраҡ осрашыу, сараларҙа әүҙем ҡатнашыу кеүек тәҡдимдәр яңғыраны. Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың советы рәйесе итеп Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов яңынан һайланды. Шулай уҡ ойошмаға яңы кешеләр ҙә тәғәйенләнде.
 
Яугирҙар улар өсөн ойошторолған 4-се мәктәп буйынса экскурсиянан да ҡәнәғәт ҡалды.
Утты-һыуҙы кисеп, имен-һау ҡайтҡан ир-егеттәргә тыныс тормошта ла ҡыуанып ҡына йәшәргә насип булһын.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: осрашыу ваҡытында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.