17 сент. 2012 г.

Ауыл биләмәһе башлыҡтары осрашты

    
     Ауыл тормошо... Тырышып-тырмашып донъя көткән, мал үрсеткән, балалар тәрбиәләгән, уңғандар һәм эшһөйәрҙәр иле.

     Төрлө ауыл биләмәһендә башлыҡтарҙың күсмә ултырышы халыҡтың тормошо менән танышыу, мөһим социаль объект булған мәктәп, балалар баҡсаһы, ФАП-тар мәҙәниәт усаҡтарының хәл-торошон тикшереү маҡсатында үткәрелә. 10 сентябрҙә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм предприятие-учреждение етәкселәре, белгестәре Ярат һәм Беренсе Этҡол биләмәләре менән танышты.
    
     Ярат мәктәбендә балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, уларҙы спорт яғынан сыныҡтырыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуандырҙы. Мәктәп директоры М.А. Юлдашбаева әйтеүенсә, бында 121 бала белем ала. Малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө спорт ярыштарына йәлеп ителә. Илсиә Хәсәнова етәкләгән бейеү түңәрәгендә лә балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Шуныһы әһәмиәтле, уларға сәхнә кейеме кәрәк булғас, бар мәктәп хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп ултырып милли кейем тегә. Миләүшә Азамат ҡыҙы: “Хәҙер 20 пар күлдәгебеҙ бар. Ҙур ҡыҙҙарға ла шулай үҙ көсөбөҙ менән тегергә уйлайбыҙ”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты.
 
     Уҡытыусылар мәктәпте биҙәү мәсьәләһе буйынса ла юғалып ҡалмаған, һәр кем үҙ аҡсаһына уҡытыу-тәрбиә эшендә бик тә мөһим булған стендтар һатып алған. Бынан тыш балалар өсөн уйын майҙансығы эшләнгән (мәктәп ярҙам күрһәткән УКЖФБ етәксеһе Р.Р. Байбулатовҡа бик тә рәхмәтле), хәҙерге ваҡытта спорт менән шөғөлләнеү өсөн урын әҙерләнә.
 
     Яратта сәнғәткә ғашиҡ, йыр-моң һөйгән халыҡ йәшәй. Бында нисәмә йылдар уңышлы эшләп килгән “Хыял” халыҡ театры күптәргә таныш. Шулай уҡ мәҙәниәт йортонда “Оҫта ҡулдар” түңәрәге, ағинәйҙәр, “Атайсал” клубы бик уңышлы эшләй. Яраттарға шулай ҡайнап, янып йәшәү хас.
 
     Йәрмөхәмәт ауылы йәш ғаиләләрҙең күплеге менән айырылып тора. Ярат ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ә. Әхмәтов әйтеүенсә, улар мал көсө менән йәшәй. Кәртә-ҡура янында өйөп ҡуйылған кәбән-кәбән бесән йәрмөхәмәттәрҙең донъя көтөргә әүәҫлеген күрһәтте. Мәғариф системаһындағы оптимизация Йәрмөхәмәт мәктәбенә лә ҡағылған. Бында башланғыс кластарҙа беренсе кластан дүртенсе класҡа тиклем 10 бала уҡый.
 
     Хәҙерге ваҡытта Йәрмөхәмәт халҡы дәррәү көс менән мәсет һалыуға тотонған.
 
     Ғүмәр балалар баҡсаһында беҙҙе күңелле генә уйнап йөрөгән кескәйҙәр ҡаршы алды. Бында төшкә тиклем бер төркөм, төштән һуң икенсеһе шөғөлләнә икән. Тәрбиәселәр балаларҙы мәктәпкә әҙерләй, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар менән мауыҡтыра.
 
     Шүлкә ауылында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иң тәүҙә мәсеттә туҡталды. Уның имам-хатибы Юламан олатай Раев бар районға билдәле кеше. Ул ауылдаштарына иман нурҙарын өләшеп кенә ҡалмай, ә бик күп саралар үткәрә, уларҙың бағыусыһы була. Йома көнөндә был ауылда иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы ла тыйҙырған. Мәғлүм булыуынса, үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы айырым ерләү мәсьәләһен дә иң тәүҙә Ю.Раев күтәреп сыҡты. Быйыл да Юламан олатай мәсет янындағы баҡсала (киләсәктә ул уны тағы 1 гектарға ҙурайтырға уйлай) бихисап йәшелсә үҫтереүгә өлгәшкән. 
 
     Шәхси эшҡыуар Юлдаш Юламан улы Раевтың пилорамаһын барып ҡарау ҙа тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Юлдаш Юламан улы таҡта бысыу, һатыу һ.б. менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ағастар үҫтерергә лә уйлай икән. Шулай уҡ шәхси эшҡыуар йылҡы ла үрсетә. Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова уның төрлө сара үткәргәндә ауылдаштарына ярҙам күрһәтеүен дә билдәләп китте. 
 
     Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Байрамғолова Г.З.” крәҫтиән-фермер хужалығы менән дә танышты. Уңған, эшһөйәр, бар тормоштары менән үрнәк булған Байрамғоловтар ғаиләһе районда ғына түгел, ә республикала ла киң билдәле.
 
     Беренсе Этҡолда урынлашҡан компьютер лицейы һәм мәктәбе менән танышҡанда, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар балаларға төрлө һорауҙар бирҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың уҡыуына етди ҡарауы, киләсәккә аныҡ маҡсат ҡуйып, хыялдарға ирешәсәгенә ышанып йәшәүҙәре ҡыуандырҙы.
 
     Кәңәшмәнең пленар өлөшөн асып, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов Ярат һәм Беренсе Этҡол ауыл биләмәләрендә башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһаланы, иғтибар ителергә тейешле мәсьәләләрҙе билдәләп үтте. “Районда “Шәфҡәтлелек айлығы” барыуы барыһына ла мәғлүм. Өлкәндәр тураһында хәстәрлек һәр саҡ күрелергә тейеш. Уларҙың йорттарына барығыҙ, хәлдәрен белешегеҙ. Ололарҙың ҡайһы саҡта йылы һүҙгә лә мохтаж булып йәшәүен онотмағыҙ. Шулай уҡ тыуған еребеҙҙе үҙебеҙ тәртиптә тоторға тейеш икәнлегебеҙҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Бар ерҙә экологик өмәләр үткәрелһен”, – тине Илшат Хәмит улы. Артабан ул төҙөкләндереү буйынса ярышта еңеүсе Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы Хафизоваға күсмә вымпелды тапшырып, уның яңыраҡ эшләй башлауына ҡарамаҫтан, күп уңыштарға өлгәшеүен билдәләп үтте.
 
     Ауыл биләмәһе башлыҡтары алдында һалым инспекцияһы хеҙмәткәре Е.А. Лазарева, район хакимиәтенең финанс бүлеге начальнигы Р.И. Сирғәлин, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы ойошма рәйесе Р.Ф. Иҫәнбаев, милек менән идара итеү комитеты рәйесе Р.В. Рәхимғолов, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов сығыш яһаны.
 
     Район Советы секретары Р.З. Ишбулатов һайлауға әҙерлек, мал урлау, төнөн эшләгән дежур төркөмдәр, яҡынлашып килгән ауыл хужалығы йәрминкәһе һ.б. тураһында һөйләп үтте.
 
     Эйе, янып, тырышып донъя көткән Ярат, Беренсе Этҡол биләмәһе халҡы киләсәктә тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
 
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.