5 сент. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Тормошо нурлы уның


Тормоштан көс, дәрт, нур алып һәм уларҙы икеләтә, бишләтә яҡындарына, уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә таратып йәшәгән кешеләр була. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы Йосопова нәҡ шундайҙар рәтенән.

Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы 1980 йылда БДУ-ның рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағас, Әбделкәрим мәктәбенә эшкә килә. Оло йөрәкле, изге күңелле уҡытыусы 36 йыл йәш быуынға  белем һәм тәрбиә бирә.

Хәҙерге заманда мәктәптә эшләүе еңел түгел. Дәрестәр, дәрестәрҙән тыш саралар үткәргән ваҡыттарҙы һағынып һөйләргә ҡалды. Ҡағыҙ эше лә бик күп ваҡытты ала. Әммә Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы барыһына ла өлгөрә. Эшен дә еренә еткереп, ентекле эшләй, документтары ла һәр саҡ теүәл. Ул киң эрудициялы, төплө белемле, принципиаль булыуы менән коллективта абруй ҡаҙанды. Бар эшкә лә яуаплы ҡарауы менән башҡаларҙан айырылып тора. Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы өсөн эштең олоһо, кесеһе юҡ, һәммәһен дә еренә еткереп, бар күңелен һалып башҡара.
 
Әлбиттә, уҡытыусыға бирелеп китеп эшләүенә ғаиләләге татыулыҡ, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау, килешеп донъя көтөү ҙур этәргес көс бирә. Тормош юлдашы Һаҙый Әбдрәхим улы – уның беренсе ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, һәр башланғысын хуплап тороусыһы ла. Өлгөлө ғаилә дүрт балаға бәхетле бала саҡ бүләк итеп үҫтерә. Уларҙан йәм табып, донъя көтәләр. Был матур ғаиләлә белемле, физик сәләмәт, милли рухлы, проблемаларҙы үҙаллы хәл итә алырлыҡ быуын тәрбиәләнә.
 
Эштән йәм, тәм табып йәшәй белеүе, балаларына ғына түгел,  тиҫтәләгән уҡыусыларына ла тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итеүе, иҫ киткес кешелеклелек сифаттары менән айырылып тора ул Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы.
Тырыш, талапсан Гөлгенә Ибраһим ҡыҙының хеҙмәт емештәре ҙур: уҡыусылары олимпиада-конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. Күптәренең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлауында ла апайҙарына  булған ихтирам сағылалыр, моғайын. Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы оҫта ойоштороусы ла. Оҙаҡ йылдар мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, аттестация комиссияһы ағзаһы, конкурстарҙың жюри ағзаһы, Әбделкәрим урта мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары кеүек вазифаларҙы уңышлы башҡарҙы.
 
Һөнәренә тоғролоғо, педагогик эшмәкәрлегенә етди, ижади ҡарауы һөҙөмтәһендә хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусының хеҙмәте юғары баһалана. Ул «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән исемгә лайыҡ була.
Изге күңелле укытыусының уҡыусыларына өләшкән йөрәк йылыһы үҙенә оло рәхмәттәр булып әйләнеп ҡайтһын.
 
Р. Солтанғолова,
Әбделкәрим урта мәктәбе директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.