13 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

“Зебра”лар яңыра

     Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһының махсус ойошмаһы ҡала урамдарында йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән “зебра”ларҙың буяуҙарын яңыртты. Был водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә хәүефһеҙлеге өсөн күрелгән бик мөһим сара.

     Төҙөлөш йәнләнде

     Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамында һалына башлаған 24 фатирлы социаль торлаҡта төҙөлөш эштәре билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Ошо көндәрҙә бында төҙөлөш ҡайтанан йәнләнде. Әле унда Өфө ҡалаһының Р.А. Сафуанов етәкселегендәге “Ирәмәл” ЯСЙ-һы субподрядсылары эшләй.
     Ҡаланың Чекмарев урамында ла төҙөлөш ҡайнай. Бында ла күп фатирлы торлаҡ йорт һалына. Уны Өфө ҡалаһының “Дарман” ЯСЙ-һы (етәксеһе И.М. Мәмбәтов) төҙөй. Улар тағы ла ошондай уҡ ике йорт төҙөп, файҙаланыуға тапшырмаҡсы.

     Граждандар айлығы башланды

     4 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Граждандар айлығы бара. Планға ярашлы, районда үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһының әҙерлеге ҡараласаҡ, мәктәптәрҙә һәм хеҙмәт коллективтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеше тикшереләсәк, өйрәнеү тревогаһы үтәсәк.

     Таҙалыҡ һәм тәртип

     “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы ҡалалағы шәхси йорттарҙан сүп-сарҙы түгеүҙе ойоштора. Бының өсөн идараға алдан заявка бирергә кәрәк. Был сара эргә-тирәне, йылға буйҙарын, тау биттәрен ҡыйҙан таҙартырға мөмкинлек бирәсәк.

     Инвалидтар ярышты

     Бөрйән районында инвалидтар ойошмаларының еңел атлетика буйынса йәйге спартакиадаһы үтте. Бөтәһе биш команда ҡатнашып, дөйөм мәрәйҙәр буйынса баймаҡтар икенсе урынға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар – 100 һәм 300, ир-егеттәр 200 һәм 600 метрға йүгереп, бынан тыш оҙонлоҡҡа һикереп көс һынашты. Шәхси беренселек буйынса Ләйлә Иванова – беренсе, ә Ринат Ишкилдин икенсе урынды яулап, Баймаҡ командаһын призлы урынға сығарҙы.

     Л. ТАКАЕВА.

     Ҡотлайбыҙ!

     Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Ғүмәров Миңлеғәле Ишмөхәмәт улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы” тигән исем бирелде. Яҡташыбыҙҙы почетлы исемгә лайыҡ булыуы менән тәбрикләп, уға артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.