17 сент. 2012 г.

ЯҢЫ ЙОРТТАР ШАТЛЫҠҠА СОРНАЛҺЫН !

Сөмбөл Әминева өсөн тантаналы мәл.
   
     Билдәле булыуынса, республикала “Ауылдарҙы социаль үҫтереү” Федераль программаһы уңышлы эшләй. Беҙҙең район да 2005 йылдан был программала ҡатнашып килә. Уға ярашлы, 127 ғаилә үҙенең йәшәү шарттарын яҡшыртты.
    
     Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ауылда көн күргән 8 ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки яңы йорт һалыуға сертификаттар тапшырҙы. Район етәксеһе бәхетле кешеләргә иң изге теләктәрен еткереп, уларҙың йорттарында тик шатлыҡ-ҡыуаныс, балалар тауышы яңғырауын теләне.

     Артабан район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев ғаиләләргә сертификатты алғандан һуң ниндәй документтар кәрәк буласағы, уларҙы әҙерләү ваҡыты һ.б. тураһында аңлатып үтте.
 
     Ҙур шатлыҡ кисергән бәхетле сертификат эйәләре район етәкселегенә оло рәхмәттәрен еткерҙе. “Беҙгә ҡыуаныс бүләк иткән кеүек, үҙегеҙ ҙә тик йылмайып-көлөп йәшәгеҙ! Күрәһегеҙ, кескәй булһалар ҙа, балаларыбыҙ ҙа бәхетебеҙҙе аңлап, бергә шатлана”, – тине улар.
     Эйе, яңы нигеҙҙәр ҡотло булһын һәм бәхет-ырыҫты юлдаш итһен!
 
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.