29 сент. 2012 г.

Ветеранға – ярҙамға


Бала саҡтан уҡ “Ололарҙы ололау – яҡшылыҡ билдәһе” икәнен белеп үҫтек. Шуға күрә беҙ, Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы “а” класы уҡыусылары, “Шәфҡәтлелек айлығы” барғанда һис тә ситтә тороп ҡалмайбыҙ.
 

Бына нисә йылдар инде ветераныбыҙ, Баймаҡ лицей-интернатында оҙаҡ йылдар химия фәненән уҡытҡан Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүринаны шефлыҡҡа алғанбыҙ. Гөлсара Искәндәр ҡыҙына һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә уның картуфын алдыҡ, ерен баҫып бирҙек. Ветеран беҙҙе һәр саҡ ихлас ҡаршылай, төрлө тарих, тормошта булған фәһемле ваҡиғалар һәм, әлбиттә, химияның тормоштағы урыны хаҡында ла ҡыҙыҡтырып һөйләй. Эш бөткәс, бергәләшеп сәй табынында ла һыйланабыҙ.
 
Киләсәктә лә Гөлсара Искәндәр ҡыҙына тик һаулыҡ-шатлыҡтар ғына теләп, беҙгә һәр саҡ шулай таяныс булып йәшәүен теләйбеҙ.

Гөлиә Вәлиева,
“Башҡортостан ынйылары” мәктәп ойошмаһы, 10-сы “а” класы старостаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.