17 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

     “Хәүефһеҙ объект”

     Баймаҡ эске эштәр бүлеге 10 сентябрҙән 17 сентябргә тиклем “Хәүефһеҙ объект”  операцияһын үткәрә. Уның маҡсаты—граждандарҙың шәхси милкен һаҡлау, уны һаҡ аҫтына алыуҙы ойоштороу. Белешмәләр өсөн телефон – 3-19-12, 2-16-54, 3-10-50.
     Өмә үтәсәк
     15 сентябрҙә 10.00 сәғәттә христиан зыяратында өмә үткәрелә. Һорауҙар менән 8 960 783 7737 телефонына мөрәжәғәт итергә.  

     Айлыҡ бара

     “Шәфҡәтлелек айлығы” сиктәрендә район-ҡалала ололарға ярҙам итеү ойошторола. Район ветерандар советы иһә өлкәндәрҙе юбилейҙары менән тәбрик итә, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында белешеп, тейешле сара күрә. Ойошма рәйесе Т.Ш. Бикҡолов әйтеүенсә, ошо көндәрҙә улар Ниғәмәттә йәшәгән абруйлы ағинәй Х.М. Һөйөндөкованы 95 йәше менән ҡотлаясаҡ. 

     Гөрләп йәшәйҙәр

     Темәс мәктәбе уҡыусылары ололарға ярҙам итеү эштәрен әүҙем башҡара. Улар өлкәндәргә йорт-ҡураһын йыйыштырырға, утын өйөргә һ.б. эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ мәктәптә “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара ла иғлан ителгән. Уның барышында уҡыусылар юл ҡағиҙәләре менән таныша. Уҡытыусылар балаларҙан ошо темаға арналған  кроссвордтар, һүрәттәр, плакаттарҙы ҡабул итә. Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡыҙыл, һары, йәшел” тип аталған саралар планы ла ҡаралған. Улар кескәйҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә арналған.

     Башҡорт китабы аҙналығы

     Район китапханаһында 17 сентябрҙән 23 сентябргә тиклем башҡорт китаптары аҙналығы үтәсәк. Сара барышында билдәле яҙыусылар Әхмәр Үтәбай менән Рәмил Йәнбәктең килеүе көтөлә. Р. Йәнбәктең ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр ярышы үтәсәк. Шулай уҡ аҙналыҡ барышында Салауат Мөхәмәтшиндың “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабының презентацияһы уҙғарыласаҡ. Бынан тыш “Йәнгүҙәй”, “Игебай мәктәбе”ндә шөғөлләнеүселәр менән осрашыуҙар көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.