23 сент. 2012 г.

Ҡыҫҡаса

«Һаҡмар» менән бергә ҡалығыҙ !

2013 йылдың 1-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды. Хөрмәтле дуҫтар, район-ҡала тормошо, яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барырға, йөкмәткеле репортаждар, матур саралар, фәһемле мәҡәләләр уҡырға теләһәгеҙ, почта бүлексәһендә йәки почтальондар аша «Һаҡмар» гәзитенә оҙаҡҡа һуҙмай ғына яҙылып ҡуйығыҙ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары киләһе йылда ла унан айырылмаҫ, тип ышанабыҙ.
Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 352 һум 74 тин. Индексы – 50772.

Яңы китаптың исем туйы

20 сентябрҙә үҙәк район китапханаһында китап аҙналығы сиктәрендә Ҡолсора ауылынан билдәле йәмәғәтсе, матбуғаттың яҡын дуҫы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабының исем туйы үткәрелә. Сараға урындарҙағы “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” клубы рәйестәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм китап һөйөүселәр саҡырыла. Сәғәт 11-ҙә башлана.

Экологик өмә

20 сентябрҙә сәғәт 9-ҙан Талҡаҫ һәм Граф күлдәре буйында экологик өмә үткәрелә. Унда студенттар һәм эшсе-йәштәр ҡатнашасаҡ.

“Автомобилһеҙ бер көн”

22 сентябрҙә муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор тарафынан ”Автомобилһеҙ бер көн” акцияһы ойоштороласаҡ. Иртәнге сәғәт 12-лә ҡаланың 3-сө мәктәбе эргәһендә велосипедистарға старт биреләсәк.

Ауылдың сайты булдырылды

Хәтирәләрҙе йыйыу, һаҡлау һәм уны киләһе быуындарға тапшырыу маҡсатында, заманса ҡалыпҡа яраҡлаштырып, Интернет биттәрендә ауылыбыҙ Үрге Яйыҡбайҙың үҙ сайтын булдырҙыҡ. Сайтҡа ауылдың, урындағы хужалыҡтың тарихтары, топонимик мәғлүмәттәр, фотолар һ.б. индерелде. Материалдар крайҙы өйрәнеүселәрҙән, күренекле шәхестәрҙең яҙмаларынан алынды. Сайт әле тулыланыу, яңырыу кисерә. Уның адресы:  http://verkhneyaikbaevo.jimdo.com.
Беҙҙең сайтҡа рәхим итегеҙ!
И. Сафиуллин, Үрге Яйыҡбай ауылы.

“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”

Яңыраҡ ошо исем аҫтында Байышта үҙенсәлекле сара үткәрелде. Унда бар ауыл халҡы ҡатнашты. “Иң күп сәскә үҫтереүсе” номинацияһында Гран-приға Зәкиә Әширбаева лайыҡ булды. Уңған хужабикәнең “ботаник баҡса”һында 50 төр сәскә үҫеүен жюри юғары баһаланы.
Шулай уҡ байрамда иң ҡыҙыҡлы һәм иң ҙур йәшелсә конкурсы ла уҙғарылды. Тамашасыларға йәш ҡыҙҙар араһында үткәрелгән прическалар ярышы ла оҡшаны. Сәскә байрамы матур концерт менән тамамланды.
Н. Сөләймәнова, китапханасы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.