23 сент. 2012 г.

Төҙөкләндереү дауам итә


Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы ҡарары менән 25 сентябрҙән 10 октябргә тиклем ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү көндәре иғлан ителә. Шуға бәйле ҡалалағы учреждение, ойошма, предприятие биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса өмәләр ойоштороласаҡ. Был мөһим сараға күп ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ҡушыласаҡ.
 

Ҡаланы йәшелләндереү маҡсатында Стаханов, Ленин, Социалистик, Әлибаев, Йолалы, Коммунистик һәм башҡа урамдарға шыршы, ҡарағай, ҡайын, миләш үҫентеләре ултыртыласаҡ. “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы, “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы ағас үҫентеләре, яңы сквер эшләү өсөн төҙөлөш материалдары әҙерләү менән мәшғүл.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.