7 сент. 2012 г.

ОЛОЛАРҒА – иғтибар һәм ихтирам

  Шәфҡәтлелек айлығы барышында ололарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк: төрлө предприятие-ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары ололарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса ҡабул итеүҙәр ойошторасаҡ, байрам тантаналары үткәреләсәк.

 Ололарға медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында райондың барлыҡ дауалау учреждениеларында “Асыҡ ишектәр” көнө үтәсәк. Унда өлкән быуынды диспансеризациялау, медицина тикшереүе, стационар дауалауға мохтаждарҙы асыҡлау, федераль льготаларға эйә булғандарҙы урындарға сығып бушлай медикаменттар менән тәьмин итеү кеүек саралар ойоштороласаҡ.
 
  Айлыҡ барышында яңғыҙ йәшәгән һәм ярҙамға мохтаж булған ололарға айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Йортта социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия юллау өсөн кәрәкле документтар тупларға ярҙам итәсәк.
 
  Йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү тарихыбыҙҙа һәм йәмғиәтебеҙҙең хәҙерге тормошонда оло быуындың ролен һәм урынын аңлатыу, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү,  өлкән йәштәге кешеләр тураһында хәстәрлек күреү,  балалар күңеленә изгелек орлоҡтарын һалыу маҡсатында мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ололар менән осрашыуҙар, йәнле әңгәмәләр уҙғарыу планлаштырыла. Шулай уҡ ололар өсөн бушлай кинофильмдар күрһәтеләсәк, йөрөй алмағандар өсөн йорттарында уҡ китапхана хеҙмәте тәҡдим ителәсәк. 1 октябрь алдынан һәр учреждение-ойошмала ололар өсөн тантаналы саралар ойоштороласаҡ.
 
  Шәфҡәтлелек айлығы сиктәрендә аҙ тәьмин ителгән оло кешеләрҙе утын, ауыл хужалығы продукцияһы һ.б. менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә айырым иғтибар биреләсәк.
 
  Әйткәндәй, муниципаль район хакимиәтенең ҡарарына  ярашлы, үткәрелгән саралар хаҡында предприятие-ойошма етәкселәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары аҙна һайын отчет биреп барасаҡ. 
 
      Cәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.