17 сент. 2012 г.

Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалманы


Ошо аҙнала уҙған Баймаҡ ҡала биләмәһе ҡала Советының дүртенсе ултырышының көн тәртибенә 12 мәсьәлә сығарылды. Төп һорауҙар ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеккә һәм ҡаланың сауҙа предприятиеларының бөгөнгө торошона ҡағылышлы булды.

Белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт объекттарының ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлеге тураһында ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин сығыш яһаны. Ул башҡарылған эштәргә байҡау яһап, етешһеҙлектәргә лә туҡталып үтте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға ҡышҡа әҙерлек эштәрен тамамлау өсөн булышлыҡ итергә һәм 15 сентябргә әҙерлек паспорттары алып бөтөргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошо темаға фекер алышыуҙарҙа мәғариф бүлегенең баш белгесе И.З. Сиражетдинов, үҙәк ҡала дауаханаһының амбулатор-поликлиника эштәре буйынса баш врач урынбаҫары И.С. Бәхтийәров, 105-се һөнәрселек лицейының административ-хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Б.Б. Илбәков ҡатнашты.

Әлеге ваҡытта ҡалала 106 аҙыҡ-түлек магазины, 18 техник хеҙмәтләндереү станцияһы, 23 матурлыҡ салоны, 5 магазин селтәре урынлашҡан. Ҡала халҡын хеҙмәтләндереү кимәле тураһында сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ секторы мөдире Г.М. Асылова, ҡала Советы депутаты, бюджет, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, сауҙа, бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса даими комиссия рәйесе Л.А. Симирикова һөйләне. Улар һөт аҙыҡтары, емеш-еләк һатыу өсөн ҡала буйынса өҫтәмә урындар булдырыу, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Шулай уҡ ҡала баҙарҙарында һатыусылар һәм һатып алыусылар өсөн тейешле шарттар булдырыу, төҙөкләндереү эштәрен тамамлау кәрәклеге тураһында әйтелде. Барлыҡ магазиндар етәкселәренә ҡаланың 75 йыллығына ҡарата төҙөкләндереү буйынса саралар планы әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға, тигән тәҡдим булды.
 
Депутаттар алда атап үтелгән мәсьәләләр буйынса һәм 2012-2014 йылдарға ҡала биләмәһе территорияһында терроризм һәм экстремизмды профилактикалау сараларының маҡсатлы программаһын, бынан тыш, муниципаль лотереялар үткәреүҙе муниципаль контролдә тотоу, муниципаль урман контроле һәм күҙәтеүе, айырым иҡтисади зона территорияһында муниципаль контроль булдырыу һәм башҡарыу положениеларын, ҡала биләмәһе күрһәткән муниципаль хеҙмәттәр теҙмәһе һәм улар өсөн түләү күләмен билдәләү тәртибен раҫланы.
Ултырышта депутаттар шулай уҡ халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа алкоголь продукцияһы һатҡан сауҙа нөктәләре биләмәләрен дә билдәләне.
 
Артабан ҡала биләмәһе Советы рәйесе Г.В. Давыдов сығыш яһап, ҡаланың Көньяҡ микрорайонындағы яңы урамдарға исем биреү тураһында һөйләне. Әлегә тиклем һан менән билдәләнгән урамдар бынан һуң М.Этҡолов, Илсебикә, Батырша, Арҡайым, Ялан урамдары тип аталасаҡ.
 
Көн тәртибенә сығарылған барлыҡ мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.