7 сент. 2012 г.

ВЕТЕРИНАРҘАР ЮБИЛЕЙҘАРЫН БИЛДӘЛӘНЕ


Д.Ә. Хузин (һулдан икенсе) хеҙмәт алдынғылары һәм ветерандар менән;
     
 Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Ветеринария хеҙмәте ойошторолоуына 125 йыл тулыуға арналған юбилей саралары булып үткәйне. Унда беҙҙең райондың ветеринария хеҙмәте ҡатнашып, төрлө хөрмәттәргә лайыҡ булып ҡайтты.

      Уҙған аҙнала юбилей тантанаһы Баймаҡта ойошторолдо. Район ветеринарҙарын иҫтәлекле дата менән тәбрикләргә һәм алдынғыларҙы, тармаҡ ветерандарын ҡотларға БР Ветеринария идаралығының бүлек начальнигы Д.Ә. Хузин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров килгәйне. Район ветеринария станцияһы бинаһында үткән сарала ысын мәғәнәһендә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә оло хөрмәт күрһәтелде, уларҙың тынғыһыҙ һәм ауыр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирелде. Кәңәшмәлә ветеринария белгестәре менән бер рәттән, ошо өлкә ветерандары ла ҡатнашты.
 
      Тәүҙә Баймаҡ район-ҡала ветстанцияһы начальнигы Н.Р. Ғәлимйәнов “Баймаҡ районының ветеринария хеҙмәтенең үҫеш тарихы” тигән темаға төплө доклад менән сығыш яһаны. Үҙенең телмәрендә Наил Рәил улы ветстанцияның төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, үҙ һөнәренең алдынғыларын билдәләне, тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын юбилей уңайы менән ҡотланы.
 
      – 125 йыллыҡ юбилей тантанаһы бик күркәм үтте, ул беҙҙең яуаплы хеҙмәткә оло баһа булды, – тине сарала Д.Хузин. – Ысынлап та, республиканың Ветеринария хеҙмәте Рәсәйҙә иң абруйлы һәм иң һөҙөмтәле эшләгән подразделениеларҙың береһе. Ә инде Баймаҡ районының ветеринария хеҙмәте Башҡортостанда күптәргә өлгө булып тора. Киләсәктә лә һеҙ электән һалынған матур традицияларҙы уңышлы дауам итерһегеҙ тип ышанам.
 
    Артабан Дамир Әбүғәле улы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары наградаларын тапшырҙы. Баймаҡ төбәк ветбаклабораторияһы директоры В.Р. Рәмиев “Башҡортостан Республикаһында ветеринарияны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” маҡтаулы билдәһе, ошо уҡ учреждениеның ветврач-токсикологы Н.Һ. Ҡотлогилдина РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Баймаҡ төбәк ветлабораторияһы ла республикала иң алдынғы подразделениеларҙың береһе булып танылды.

З.Ф. Килмөхәмәтов яңы машина тапшырыу ваҡытында.

      Икенсе Этҡол ветучасткаһы мөдире Азат Ниәтшин – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт Хатына, Ирәндек ветеринар дауалауханаһы мөдире Мөҙәрис Ғайсин – РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына, Темәс ветеринар дауалауханаһы мөдире Фәрит Йосопов  БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Шулай уҡ ветстанцияның баш бухгалтеры Зәлиә Хәмитова менән бухгалтер Зөһрә Ғафароваға ла БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары тапшырылды.
 
      Үҙенең сығышында Р.Р. Әбүбәкиров ветеринария хеҙмәткәрҙәренә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Рәил Риф улы был хеҙмәттең кисәге һәм бөгөнгө эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, уның артабан да заман менән бергә атлауын теләне, ветерандарҙы тәбрикләне. Ул тантанаға саҡырылған абруйлы ветеринарҙар: Марат Билалов, Мәһәҙей Нурасов, Хисмәтулла Суфиянов, Фәриҙә Ҡашҡарова, Әхәт Ҡарамырҙин, Зәкир Килмөхәмәтов  тураһында бик йылы фекерҙәр әйтте, уларҙы йәштәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Һуңынан Р.Әбүбәкиров оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Йылайыр ветеринар дауалауханаһы мөдире Ғәлимйән Шәйәхмәтовҡа Баймаҡ районы муниципаль районының Почет грамотаһын, ветерандарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
 
      Тантанала коллегаларын Баймаҡ төбәк ветбаклаборатория директоры В.Р. Рәмиев, ветерандар исеменән М.Р. Билалов та ҡотланы.
 
      Һис шикһеҙ, райондың ветеринария хеҙмәткәрҙәре бындай баһаға күптән лайыҡ һәм үткәрелгән был саралар уларҙың намыҫлы хеҙмәтенә дан йырланы. Шуныһы ҡыуаныслы, республикала ветхеҙмәттең тарихына арналған китаптың 1-се томы донъя күрҙе, әле икенсеһе баҫыуға әҙерләнә. 3-сө томы ла буласаҡ. Әйткәндәй, беҙҙең райондың ветеринария хеҙмәте тураһында ла китап яҙыла, уның авторы һәм төҙөүсеһе – З.Ф. Килмөхәмәтов.
 
      Азамат МӨХӘМӘТШИН. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.