8 окт. 2012 г.

1 октябрь – халыҡ-ара Ололар көнө

Өләсәйем менән ғорурланам


Өләсәй! Ниндәй наҙлы, яғымлы һүҙ! Ошо һүҙ менән минең күҙ алдыма изге күңелле, оло йөрәкле, маңлайына һырҙар ятҡан сал сәсле ҡәҙерле кешем килеп баҫа.

Минең өләсәйем – Рәғитә Вәли ҡыҙы Ғәлиева Ниғәмәт ауылында йәшәй. Ул 1932 йылдың 22 авгусында Бөрйән районы Иҫәнғаҙы ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн бик иртә татый башлай. Әсәһе үлгәс, атаһы һуғышҡа киткәс, береһенән-береһе бәләкәй алты бала үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй. Эшкә әрһеҙ, тырыш өләсәйем һеңле-ҡустыларын ҡарауҙан тыш, һуғыш ваҡытында балаларҙың, үҫмерҙәрҙең иңенә төшкән башҡа эштәргә лә өлгөрә.
1951 йылда өләсәйем Ниғәмәт ауылы егете – ҡартатайымды осратып, яҙмышын уның менән бәйләй. Килен булып төшкәс тә, ең һыҙғанып колхозда эшләй башлай. Уның тырыш хеҙмәте бик күп маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһалана. Хатта беренселәрҙән булып Мәскәүгә ВДНХ-ға ла барып ҡайта.
Ҡайғылар ҙа урап үтмәй өләсәйемде. Бик оҙаҡ ҡаты ауырығандан һуң 57 йәшендә ҡартатайым, ә унан һуң берҙән-бер улы Рәмил гүр эйәһе булалар. Был ауыр ҡайғыларға бөгөлөп төшмәй, үҙендә көс табып йәшәүен дауам итә.
Йылғалар – диңгеҙгә, тауҙар – күккә, үләндәр – ҡояшҡа, ҡоштар – көньяҡҡа, ә кешеләр бәхеткә ынтыла. Бәхетле булһын өсөн һәр әҙәм балаһын Хоҙай һынауҙар биреп сыныҡтыра. Бына ошо һынауҙарға бирешмәйенсә сабыр, көслө рухлы оло йөрәкле өләсәйем үҙенең оло юбилейы – 80 йәшкә лә килеп етте. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп ныҡлы белем ала алмаһа ла, үҙ фекере булды, аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәне һәм үҙенең биш ҡыҙына ла шуны һеңдерҙе, матур тәрбиә бирҙе. Әлеге ваҡытта уларҙың һәр береһе үҙ урынын табып, матур итеп төрлөһө-төрлө яҡта донъя көтә, балалар үҫтерә.
Һаулығы бер аҙ ҡаҡшаһа ла, өләсәйем тормоштан йәм табып, сер бирмәй йәшәүен дауам итә.
Бәхетле ғүмер! Бына шулай балаларыңа терәк, кәрәк булып, иҫәнлектә, именлектә балаларың, туғандарың, ейән-ейәнсәрҙәрең менән йәшәүе ниндәй ҙур бәхет!
Мин өләсәйемде юбилейы һәм Ололар көнө менән ҡотлайым! Уға ныҡлы һаулыҡ, беҙгә таяныс булып тағы ла оҙаҡ-оҙаҡ йәшәүен теләйем! Өләсәйем менән сикһеҙ ғорурланам, һәр яҡлап уға оҡшарға тырышам.

Гөлфинә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Өлкәндәр һүҙе – аҡылдың үҙе


Пар ҡанаттарым – ул минең йәндәй күргән өләсәйем Зифа Хәмзә ҡыҙы менән ҡартатайым Исрафил Хилал улы Ҡоланбаевтар. Улар тырышып донъя көткән, үҙ көсө менән йорт һалған, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтергән кешеләр.

Ҡартатайым 1956-1959 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Семипалатинск хәрби полигонында атом бомбаһын һынауҙа ҡатнашҡан. 1962 йылда өләсәйемде осратып Йәнйегет ауылында донъя көтә башлайҙар. 4 ул, 2 ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, мул, ырыҫлы тормош көтә.
Ҡәҙерле кешеләремдең хеҙмәт юлы бик иртә башлана. Эшһөйәр өләсәйем 30 йылдан ашыу ғүмерен һауынсы һөнәренә арнаған. Көн һайын иртә таңдан тороп киске ҡараңғыға тиклем фермала булыу түҙемлек тә, көслө булыуҙы ла талап итә. Ә оҫта ҡуллы ҡартатайым көн-төн тимәй баҫыуҙа ер эштәрен башҡарған. “Сибай” совхозының Йәнйегет бүлексәһендә хаҡлы ялға тиклем эшләйҙәр, хеҙмәт кенәгәләрендә лә бер генә яҙыу. Улар яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгәнгә һис тә үкенмәйҙәр. Тырыш хеҙмәттәре Хөкүмәт, ауылдаштары тарафынан юғары баһаланған. “Герой әсә”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, аҡсалата премиялар, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары бихисап, өләсәйем ауыл советы депутаты ла була.
Ғәҙел, кешелекле, ҡәҙерле өләсәй-ҡартатайҙы беҙ, 11 ейән-ейәнсәре, бик ихтирам итәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта төрлөбөҙ-төрлө тарафтарҙа белем алабыҙ. Беҙ һәр саҡ ҡәҙерле кешеләребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Сөнки ауыр эш, күп бала тәрбиәләү, ҡартатайымдың фажиғә булған урында хеҙмәт итеүе уларҙың һаулығын ҡаҡшатҡан. Шулай ҙа улар тормош дауылына бирешмәй, балаларының, туғандарының уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Ауылда олоһо ла, кесеһе лә уларҙан кәңәш һорап килә, хөрмәтләп хәл белешә.
Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе. Беҙ ҙә ҡартатай һәм өләсәйҙең кәңәштәре менән йәшәйбеҙ, улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Азалия МОРАТОВА, Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы.

“Бәхетле булырға яҙһын...”

Ғүмер көҙөн билдәләгән, тормошоноң һәр сәғәтенән йәм-тәм табып йәшәгән инәй-олатайҙар... Беҙ йыш ҡына донъя мәшәҡәтенә сумып, уларға тейешле иғтибарыбыҙҙы ла бирмәйбеҙ. 1 октябрь инәй-олатайҙар өсөн ниндәй көн, байрамды улар нисек үткәрә икән?

С.Р. Әминева:
– Ололар көнө һуңғы йылдарҙа ғына билдәләнә башланы бит. Шуға күрә уға артыҡ әһәмиәт бирмәйем. Шулай ҙа эш урынына саҡырып тәбрикләүҙәре оҡшай. Балалар ситтә булғас, шылтыратып ҡына ҡотлайҙар.

А.Ә. Яҡшығолов:
– Өлкәндәр тураһында 1 октябрҙә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә хәстәрлек күрһендәр ине. Ярай, пенсияһы килеп тора, әммә хаҡтар ҙа көндән-көн арта бит. Ҡайһы саҡта иртән торғансы, бар нәмәнең ҡиммәтләнеүен белеп хафаланырға тура килә.

Ғ.С. Хәмитова:
– Йыл һайын Ололар көнөн балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән бергә үткәрәбеҙ. Улар матур итеп табын ҡора, бүләктәр әҙерләй. Уларҙың мәшәҡәтләнеүен теләмәһәм дә, шулай ҡәҙер-хөрмәт итеүҙәре күңелемә бик тә яҡын. 1 октябрҙә бар ололар шулай шатланырға, балаларының иғтибарын тойоп, бәхетле булырға тейештер.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.