8 окт. 2012 г.

Һайлау – 2012

Кандидаттар халыҡ менән осрашты


Әлеге мәлдә киләһе ялда уҙасаҡ һайлауға әҙерлек эштәре бара. Муниципаль район Советына депутатлыҡҡа кандидаттар иһә үҙҙәре күрһәтелгән округтағы һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Кандидаттар һайлаусыларҙы үҙҙәренең һайлау алды программаһы менән таныштырыу, халыҡты борсоған һорауҙарҙы өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара.

Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө мәктәбендә 1-се Үҙәк һайлау округы һайлаусылары үҙҙәренең кандидаттары менән осрашты. Осрашыуҙы ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин алып барҙы. Кандидаттар: Баймаҡ АТП-һы директоры И.Ф. Артыҡаев, шәхси эшҡыуар Р.М. Ғәйнуллин, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры И.Н. Сирусин халыҡ алдында сығыш яһаны, һайлау платформаһы менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.  
Һуңынан ҡала биләмәһе башлығы осрашыуға йыйылыусыларҙы әлеге көндәге проблемалар, башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Электорат йылытыу миҙгелен башлау кәрәклеге, ҡала юлдарын тәртиптә тотоу, иҫке һәм файҙаланылмаған электр бағаналарының хәүеф тыуҙырыуы, ҡайһы бер урамдарҙы һыу баҫыуы, балалар баҡсаһында урындар етешмәүе кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе.


Һайлауға әҙербеҙме?

Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?
Р.Т. Ибраһимова, Калинин ауылы, 1054-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары:– Һайлауға әҙерлек яҡшы бара. Беҙҙең округ буйынса теркәлгән кандидаттар тураһындағы мәғлүмәттәр эленде. “Һайлаусы мөйөшө”ндә лә һайлаусылар өсөн бөтә мәғлүмәттәр бар. Әлеге ваҡытта һайлаусылар исемлеге буйынса эшләйбеҙ. Исемлек буйынса 227 һайлаусы иҫәпләнә. 15 граждан өйҙә һайлау тураһында ғариза бирҙе. Ике йәш кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Ошо көндәрҙә барыһына ла саҡырыу ҡағыҙҙары таратыласаҡ. Агитаторҙар, информаторҙар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яуаплылыҡ тойоп башҡара. Һайлау участкаһында дежурлыҡ ойошторолған, проблемалар юҡ.
Һайлау көнөндә волейбол буйынса ярыш үтәсәк, мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ магазин эшләйәсәк.
И.М. Иванова, Крепостной Йылайыр ауылы, 1011-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы рәйесе:– Әҙерлек кимәле яҡшы ғына. Һайлау участкаһы закон талаптарына ярашлы биҙәлде. Тейешле мәғлүмәттәр бар. Хәҙерге мәлдә һайлаусылар менән эш алып барыла, исемлек аныҡлана. Беҙҙә бөтәһе 95 һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың дүртәүһе өйөндә һайлаясаҡ. Үлмәҫов Вадим һәм Әхмәтова Фәнүзә һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашып, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Иң оло һайлаусыбыҙ – 1924 йылғы Шатова Анастасия Михайловна. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр һайлаусыларҙы һәм һайлауға иң беренселәрҙән булып килеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.
14 октябрҙә һайлауҙа ҡатнашыусылар өсөн шахмат, шашка ярыштары, сәй табыны ойошторасаҡбыҙ. Мәктәп балалары тарафынан бәләкәй концерт әҙерләнә.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.