29 окт. 2012 г.

Һайлау–2012

Депутаттар һайланды


14 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутаттар һайланды. Һайлауҙа район халҡы был юлы ла ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ошондай уҡ һайлауҙар республикабыҙҙың барлыҡ муниципалитеттарында ла ойошҡанлы үтте. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса республика халҡының 77,2 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.Район буйынса һайлауҙа бөтәһе 36822 кеше (91,99 процент) ҡатнашҡан.

Ҡалала һәм ауылдарҙа был сәйәси кампанияны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барылды һәм һайлауҙы ойоштороусылар уны үҙенсәлекле бер байрамға әйләндереүгә иреште. Район буйынса бөтә һайлау участкаларында спорт ярыштары, концерт һ.б. саралар ойошторолдо.
Ҡаланың 1-се мәктәбендә урынлашҡан 998-се һайлау участкаһында  район Советына депутаттар һайлауы ойошҡанлы һәм тыныс шарттарҙа үтте. Исемлек буйынса бында 2345 һайлаусы иҫәпләнә.
 
– Беҙҙең һайлау участкаһы иң ҙур участкаларҙың береһе булараҡ, мәғлүмәттәрҙе компьютер ярҙамы менән иҫәпләүсе ике аппарат (КОИБ) урынлаштырылды. Был беҙҙең эште күпкә еңелләштерҙе, – тине 998-се һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары С.А. Хәмитов. – Уның ярҙамында һайлау барышын даими күҙәтеп барырға, ниндәй ваҡытҡа нисә һайлаусы тауыш биргәнен контролдә тоторға мөмкин.
 
Иртәнге сәғәт 10. Был ваҡытҡа, КОИБ аппаратының күрһәткесе буйынса, 271 кешенең (11,5 процент) һайлауҙа ҡатнашыуы асыҡланды. Иң беренсе булып Баймаҡ ҡала биләмәһенең эштәр идарасыһы Р.М. Карасова тауыш биргән. Иң өлкән һайлаусыларҙың береһе Камила инәй Кинйәбулатова ла бындай сараның мөһимлеген аңлап, иртә менән һайлау участкаһына килеп гражданлыҡ позицияһын күрһәткән. Беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусыларға һәм беренсе булып тауыш биргәндәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
Өйҙәрҙә һайлаусыларҙан 182 ғариза ҡабул ителгән. Бының өсөн өс бригада ойошторолған.
 
998-се һайлау участкаһында  район Советына депутаттар һайлау ҙур ойошҡанлыҡ менән барҙы һәм 93 процент һайлаусы үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, муниципаль район Советына депутаттар һайлауҙа ҡатнашҡан.
Һайлау көнөндә мәктәптә “Гөлназ” магазинының күсмә сауҙаһы эшләне. Уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән матур концерт ҡуйылды.
1071-се һайлау участкаһы урынлашҡан Байыш мәктәбендә лә муниципаль район Советына депутаттар һайлау юғары кимәлдә уҙған. Исемлектә бөтәһе 348 кеше.

Һайлау участкаһы рәйесе Ф.И. Мортазин белдереүенсә, 317 кеше (91 процент) үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, һайлауҙа ҡатнашҡан. Һайлауға иң тәүгеләрҙән булып килеүсе Сабир Зәйнуллинға һәм беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан Заһир Зәйнуллинға дипломдар тапшырылған.
Участкаға килә алмаусы граждандар өсөн уларҙың өйҙәрендә тауыш биреү ойошторолған. Бының өсөн 11 кеше участка һайлау комиссияһына алдан ғариза яҙған. Иң өлкән һайлаусыларҙың береһе Ғәлиә инәй Шахморатова ла был саранан ситтә ҡалмаған.

Һайлау участкаһында һайлауға килеүселәргә матур йөкмәткеле концерт ҡуйылған, сәй табыны ойошторолған, сауҙа эшләгән.
Лилиә ТАКЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.