29 окт. 2012 г.

21 ОКТЯБРЬ – ЮЛ ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

    Юлдарыбыҙ тигеҙ булһын!

И. Сапаров
     Һуңғы йылдарҙа районда юлдарҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Был аңлашыла ла. Сөнки социаль бурыстарҙы хәл итеүҙә, халыҡты оло донъя менән бәйләүҙә, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүҙә автомобиль юлдары ҙур урын алып тора. Октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһе юлсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
 
   
     “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҡарамағында 796,9 километр оҙонлоҡта юл иҫәпләнә, шуның 265 километрына – асфальт япмаһы, 449,6 километрына ҡырсынташ түшәлгән. Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы 1935 йылда ойошторолған һәм уның штатында ни бары 12 кеше булған. Уның тәүге етәксеһе А.И. Гребенщиков була. Шул дәүерҙән алып идаралыҡ төрлө үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар булһа ла, үҙенең төп эшмәкәрлеген һаҡлап ҡала. 2003 йылдан алып, бөгөн 114 кешене берләштергән коллектив менән Д.Ғ. Арсланов етәкселек итә.
     Предприятиеның туғыҙ йыллыҡ эшмәкәрлек күрһәткесе үҫеш динамикаһын күрһәтә. Ысынлап та, быйыл юлсыларҙы райондың төрлө урындарында күрергә мөмкин ине. Баймаҡ юлсылары район биләмәһендә генә түгел, күрше ҡала һәм райондарҙа ла юлдарҙы төҙөкләндерә. Уларҙың көсө менән Сибай – Ишмөхәмәт юлының 1,34 километрына асфальт түшәлгән. Баймаҡ – Сибай араһы ла даими күҙәтеү аҫтында тотола. Магнитогорск – Ира трассаһының 1,4 километрында асфальт япмаһы яңыртылған. Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ трассаһында ла 7 километрҙа ремонт эштәре башҡарылған.
     Баймаҡ ҡалаһы юлдарының торошо бөтәбеҙҙе лә борсой. Быйыл урамдарҙың байтаҡ өлөшө төҙөкләндерелде. Коммунистик урамындағы асфальт япмаһы яңыртылды. Ҡарағайлы – Буранбай сәсән – Артамонов – Юбилей урамдары юлының  яҡынса 1 километрына асфальт түшәлде.
     Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың инициативаһы буйынса күп ҡатлы йорт ихаталарын һәм уларҙың биләмәләрен төҙөкләндереү маҡсатлы программаһына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһында уҙған йылда был йүнәлештә күп эштәр башҡарылғайны һәм ул быйыл да дауам итте. Программа байтаҡ йылдар ремонтланмаған урындарҙы төҙөкләндерергә мөмкинлек бирҙе. Чекмарев, Есенин, Тыныслыҡ урамдары йорт алдарын ремонтлау буйынса ярайһы ҙур ғына күләмдә эштәр башҡарылған.
Хеҙмәт алдынғылары И. Мәҡсүтов, Н. Танатов, Г. Ғәниев, И. Әбилев,
И. Фәйзуллин, Х. Әхмәтов, Р. Абдулов.

     Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә, ауыл эсендәге юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса саралар күрелгән. Буранбай, Ҡаратал, Йомаш, Йәрмөхәмәт, Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Йылым, Сыңғыҙ, Ғүмәр, Буранбай, Ниғәмәт, Монасип, Семеновск, Богачевка, Татлыбай һ.б. ауылдарҙағы юлдар тәртипкә килтерелгән, ҡырсынташ түшәлгән.
     Сибай – Күсей, Икенсе Этҡол – Байым, Баймаҡ – Ҡаратал – Беренсе Этҡол,  Шүлкә ауылдарына илткән юлдар ремонтланған.
     Предприятие кәрәкле техника менән тәьмин ителгән, 80-гә яҡын берәмек юл төҙөү-ремонтлау машинаһы бар. Техника паркы әленән-әле яңыртылып тора. Асфальт-бетон заводында ике ҡоролма эшләй. Аттестация үткән лабораторияла һәр ваҡыт әҙер продукцияның сифаты тикшерелә. Сибай ҡалаһында 3000 тонна бетон һыйҙырышлы һаҡлағыс бар.
     Киләһе йылда ла юлсыларҙы ҙур күләмдәге эштәр көтә: Сибай – Ишмөхәмәт, Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлдары төҙөләсәк, Магнитогорск – Ира һәм Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ трассаларында асфальт япмалары яңыртыласаҡ. Иҫке Собханғол – Темәс трассаһына асфальт, Сибай – Күсей юлдарына ҡырсынташ түшәләсәк.
     Башҡарылған барлыҡ эштәр артында, әлбиттә, уңған һәм тырыш коллективтың хеҙмәте тора. Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанғандар бында бихисап. Быйыл хеҙмәтте яҡлау буйынса инженер П.А. Черновҡа – “Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе”, ә водитель Х.Й. Истамғоловҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” исемдәре бирелгән. Баш механик М.Ф. Йәнбәков, водителдәр К.Р. Байғолов, Т.Х. Мусин, М.И. Шахморатов, токарь И.Х. Балапанов, мастер Р.М. Аҡсурин, техник Л.А. Неверова, тейәгес машинисы И.М. Сапаров, битумсы Ә.Ә. Түләков, автогрейдер машинисы К.К. Солтанғолов, асфальт түшәү машинисы М.Ә. Түләков, бульдозер машинисы Г.З. Ғәниев һәм башҡалар предприятиеның хеҙмәт алдынғылары булып иҫәпләнә.
     Бөгөн Баймаҡ юлсылары ағымдағы эштәрҙе башҡарыу, техниканы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү менән мәшғүл.
     Һөнәри байрамдары уңайынан Баймаҡ юлсыларын ихлас ҡотлайбыҙ һәм ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

     Л. РАЗГИЛЕВА.
     Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.