8 окт. 2012 г.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап

Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына


Баймаҡ ҡалаһы бөгөн яңырыу кисерә, тиһәк һис тә яңылыш булмаҫ. Ысынлап та, ҡаланың иҡтисади-социаль инфраструктураһында үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Был тәңгәлдә киләсәктә лә ҙур саралар ҡаралған. Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин менән ҡалабыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында әңгәмәләштек.

– Исмәғил Әхмәт улы, бөгөнгө Баймаҡ ниндәй ул?
– Баймаҡ ҡалаһы 74 йыл ҡала статусын йөрөтә. Әйтергә кәрәк, был дата баймаҡтар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Йылдан-йыл ҡалабыҙ үҫә, яңы йорттар ҡалҡып сыға, микрорайон барлыҡҡа килә. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, халыҡ төпләнгән урында йәшәйеште тәьмин итеүсе бөтә уңайлыҡтар ҙа булырға тейеш. Бөгөн ҡаланың Көньяҡ микрорайонын алып ҡарайыҡ. Бында күптәр йорт һалып сыҡты. Әле унда электр энергияһы, телефон, һыу селтәре төҙөлә башланы. Ҡалала социаль торлаҡ төҙөүгә айырым иғтибар бирелә. Ике күп ҡатлы йорт былтыр файҙаланыуға тапшырылғайны. Быйыл тағы ла ике йорт һалына. Азанов урамында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Уны киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Әйткәндәй, Баймаҡта төҙөлөш гөрләй, тип әйтмәһәк тә, был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарыла. 
Бер үк ваҡытта ҡаланың башҡа урамдары ла күҙ уңынан ысҡындырылмай. Юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу трассаһын яңыртыу, газ селтәре һуҙыу, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса күп эштәр башҡарыла. Дөрөҫ, эшләнгән эштәр ни тиклем күп булмаһын, планда торғандары ла шул ҡәҙәр. 

– Ҡаланың 75 йыллығына ниндәй әҙерлек алып барыла?
– 2011 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында”ғы 628-се Указға ҡул ҡуйғайны. Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, үткәреләсәк саралар беҙҙең төбәктең социаль-иҡтисади тормошон үҫтереүгә ҙур өмөт уята. Байрамға әҙерлек сиктәрендә 2012/13 йылдарҙа Баймаҡта ғәйәт ҙур күләмдәге саралар планын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Шул иҫәптән ҡаланың инфраструктураһын үҫтереү йүнәлешендә байтаҡ эштәр атҡарыу күҙ уңында тотола.
Бөгөн ҡалалағы һәр икенсе-өсөнсө ғаиләнең тормошо ҡаланы ҡала иткән “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы менән бәйле. Билдәле булыуынса, киләһе йыл завод 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Был байрамды лайыҡлы үткәреү ҙә ошо ҡарарға индерелгән. Уның сиктәрендә завод тураһында айырым китап сығасаҡ, хеҙмәт алдынғыларын, ветерандарҙы тәбрикләү күҙ уңында тотола. Бөгөн заводта, яңы производство цехы булдырыу йүнәлешендә ҙур эштәр алып барыла.
Баймаҡ ҡала Советының беренсе рәйесе Л.Азановтың бюсын төҙөкләндереү, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының элекке клубын Никах йорто итеп реконструкциялау, ҡала быуаһын төҙөкләндереү ҡарала, С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы, “Труд” стадионы, ҡаланың үҙәк майҙаны реконструкцияланасаҡ. Биналарҙы яңыртыу йүнәлешендә лә ҙур эштәр көтөлә. Ҡыҫҡаһы, уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышабыҙ. 
Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең туранан-тура ярҙамы һәм хәстәрлеге, муниципаль район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә, ҡалала ҙур эштәр алып барыла. Быларҙың барыһы ла ҡала халҡының киләсәге өсөн эшләнә.

– Һүҙ һуңында нимә әйтер инегеҙ?
– Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына. Шуға күрә лә ҡаланы үҫтереүгә, матурайтыуға, йәмлерәк итеүгә һәр кем мөмкин тиклем көс һалырға һәм уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш. Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алайыҡ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий