31 окт. 2012 г.

Хыялдарға хыянат итмәгеҙ

Баймаҡта дельтапланеристар
командаһы талап ителә


Баймаҡ күген дельтапланда гиҙгәндәрен күргәнегеҙ бармы? Әлбиттә, барҙыр. Бәлки, минең һымаҡ көнләшеүселәр ҙә осрар. Ни тиһәң дә күк йөҙөн иңләү, ҡош бейеклегенән донъяны байҡау һәр кемгә лә тәтемәй. Шуның өсөн дә бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалып, был шөғөлөн бөгөн дә ташламаған Урал Салихов менән осрашып, бихисап һорауҙарымды бирмәй булдыра алманым.

Әңгәмәсемде ДОСААФ-та эҙләһәм, ул бөтөнләй икенсе ерҙә – үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” бүлегендә эшләгән булып сыҡты. Уның исемен ишетеү менән иң тәүҙә һауа һәм дельтаплан күҙ алдына килеп баҫа. Урал – районда дельтаплан спорты менән шөғөлләнгән берҙән-бер кеше. Дельтапланда осоу – бала саҡтан килгән яратҡан шөғөлө. Уның олатаһы авиация моделдәренең һыҙмаһын эшләү менән шөғөлләнгән. Шул саҡта уҡ унда летчик булыу теләге уяна. Дөрөҫөрәге, 12 йәшендә үк Уралдың күңеле күккә тартыла башлай. 1978 йылда Монасип ауылы эргәһендә дельтапланеристар слетына юллана һәм беренсе тапҡыр ысын дельтапланды күрә. 17 йәшендә Өфө ҡалаһында дельтапланеристар курсын тамамлай. Унан ул ҙур дәрт менән ҡайта һәм был шөғөлө менән ныҡлап булышырға тигән ҡарарға килә. Әсәһе улының ҡыҙыҡһыныуын аңлап ҡабул итә һәм Уралға махсус туҡыма алып бирә. Шулай итеп ул үҙенең беренсе дельтапланын ҡора башлай. Быларҙың барыһы ла 105-се һөнәрселек училищеһы базаһында башҡарыла. Иптәштәре лә уға ҙур ярҙам күрһәтә. Төрлө деталдәрҙе ҡырҡалар, торбаларҙы тишәләр, ҡыҫҡаһы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эштәрҙе бергә башҡаралар. Бер йыл тигәндә дельтаплан әҙер була һәм мәктәпте тамамлаған йылда Урал үҙенең беренсе осошон яһай. Хәрби хеҙмәттә булған саҡта ла яратҡан шөғөлөн ташламай, төрлө аппараттарҙың һыҙмалары өҫтөндә эшләй, осош йүнәлештәрен өйрәнә.
Урал Салихов 1995 йылда Мәләүез ҡалаһында беренсе тапҡыр дельтапланеристар ярышында ҡатнаша. Ошонда ул яңы дельтаплан һатып ала. 1998 йылда Монасип ауылы эргәһендә Башҡортостан Республикаһы чемпионатында ҡатнаша. 2000 йылда иһә Алтай өлкәһендә уҙған чемпионатта ул Башҡортостан командаһы составында сығыш яһай. Быйыл йәйгеһен Әбйәлил районында үткән ярышта дүртенсе урынды яулай. “Ҡорос аты”ның бер аҙ көйһөҙләнеп тороуы ғына призлы урындар яулауға тотҡарлыҡ яһай.
Быйыл Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ ойошмаһында дельтапланеризм буйынса секция эшләй башланы. ДОСААФ бының өсөн яңы дельтаплан һатып алған. Түңәрәккә 15 йәштән 55 йәшкә тиклемгеләр йөрөй ала. Бында уларҙың кәүҙә ауырлыҡтары иҫәпкә алынмай. Иң мөһиме – теләктәре булһын. Курсҡа йөрөүселәр тәүҙә был өлкә буйынса теорияны өйрәнә, аҙаҡ инде практик өлөш дауам итә: дельтаплан менән идара итеү, ялан буйлап йүгереү, бәләкәй тауҙан һикереү. Ләкин курсҡа йөрөгән һәр кем дельтапланда осасаҡ, тигән һүҙ түгел. Кемдер бер айҙа уҡ дельтаплан менән идара итеүгә әҙер булһа, бәғзеләргә йылдар талап ителә. Кешенең физик, психологик яҡтан әҙер булыуы ла мөһим. Ләкин шуныһы: әгәр ҙә кемдер бер тапҡыр күк йөҙөндә “ҡанаттарын” йәйгән икән – был шөғөлө уның ғүмерлеккә тигән һүҙ.
Дельтапланда пассажир өсөн бер урын бар. Әгәр кемдер күк йөҙө буйлап сәйәхәт итергә теләһә, мөрәжәғәт итә ала.
– Маҡсатым – районда дельтаплан спортын үҫтереү, – тине Урал Салихов. – Йәштәрҙе йәлеп итергә, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн район командаһын булдырырға ине, тигән теләгем бар.
Баймаҡтағы Рәсәй ДОСААФ-ы бүлексәһе – Армияға, Авиацияға һәм Флотҡа ярҙам итеүсе ирекле ойошма – үҙенең төп функцияларын теүәл үтәй. Ысынлап та, ойошмала дельтаплан буйынса секция эшләй башлауы, теләгәндәргә күк киңлектәрен иңләү мөмкинлеге булыуы ҙур ҡыуаныс. Был спорт төрөн үҫтереү буйынса етди саралар күрергә, Баймаҡ дельтапланеристар командаһын мотлаҡ булдырырға кәрәк.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.